+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
27 Июль 2023, 05:28

Августа республика халҡын ниндәй һауа торошо көтә: яҡынса фараз

Ай аҙағында көҙгөсә һауа торошо көтөлә, ямғырлы ла, аяҙ көндәр ҙә була.

Августа республика халҡын ниндәй һауа торошо көтә: яҡынса фаразАвгуста республика халҡын ниндәй һауа торошо көтә: яҡынса фараз
Августа республика халҡын ниндәй һауа торошо көтә: яҡынса фараз

«Яндекс. Һауа торошо» порталы мәғлүмәттәре буйынса, йәйҙең һуңғы айында Башҡортостанда көндәрҙең йылы булыуы көтөлә. Августа көндөҙ уртаса температура +22 градус. Уртаса алғанда, 11 аяҙ, 11аяҙлы-болотло, 8 ямғырлы һәм 1 болотло көн.

«Башинформ» асыҡлауынса, ай башында көндәр ҡояшлы һәм йылы, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы ихтимал. Көндөҙ уртаса +22, +24, төндә +17, +18 градус була.

Август уртаһында бер аҙ һалҡынайта — һауа температураһы көндөҙ +18, +20, төндә +13, 1+5 градус.

Ай аҙағында көҙгөсә һауа торошо көтөлә, ямғырлы ла, аяҙ көндәр ҙә була. Көндөҙ +17, +18, төндә +13, +14 градус.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-07-26/kakaya-pogoda-ozhidaet-zhiteley-bashkirii-v-avguste-predvaritelnyy-prognoz-3356738

Автор:Дарья Субботина
Гүзәлиә Хәмитова фотоһы
Автор:ИА "Башинформ"
Читайте нас