+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
27 Июль 2023, 10:30

Башҡортостандан дүрт уҡыусы «Артек»ҡа юллама отто

«Уҡыусының сәләмәт туҡланыуы» Бөтә Рәсәй акцияһының «Лидер булырға ваҡыт» конкурсының федераль этабы һөҙөмтәләре билдәле булды.

Башҡортостандан дүрт уҡыусы «Артек»ҡа юллама оттоБашҡортостандан дүрт уҡыусы «Артек»ҡа юллама отто
Башҡортостандан дүрт уҡыусы «Артек»ҡа юллама отто

«Уҡыусының сәләмәт туҡланыуы» Бөтә Рәсәй акцияһының «Лидер булырға ваҡыт» конкурсының федераль этабы һөҙөмтәләре билдәле булды. Жюри эше йомғаҡтары буйынса Башҡортостандың дүрт уҡыусыһы еңеүселәр иҫәбенә инде. Уларға бүләк – «Артек»ҡа юллама, тип хәбәр иттеләр «Башинформ»ға Мәғариф министрлығынан.

Ведомствола белдереүҙәренсә, республикабыҙҙың өлкән класс уҡыусылары икенсе йыл инде ошо акцияла әүҙем ҡатнаша. 2023 йылда 21 иң яҡшы эш «Артек» халыҡ-ара балалар үҙәгендә тематик сменаға путевка өсөн алыу хоҡуғына конкурстың федераль этабына йүнәлтелде.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-07-26/chetyre-shkolnitsy-bashkirii-vyigrali-poezdku-v-artek-3357886

Автор:ИА "Башинформ"
Читайте нас