Йәйге сурдлимпия уйындарында боулинг буйынса ярыштар ҙа ойошторола. Ул донъя программаһына 2005 йылда индерелгән. Пьедесталдың бар баҫҡыстарын да Рәсәй йыйылма командаһы биләй.
Йәйге сурдлимпия уйындарының өсөнсө көнөндә ҡатын-ҡыҙҙар араһында диск ырғытыуҙа Рәсәй спортсыһы менән бергә, Иран һәм Ирактан килгәндәр алдынғылыҡ биләне. Еңел атлетика кисә һәм бөгөн 10 төр программала ойошторола. Бөгөн яҡташыбыҙ, Рәсәй чемпионы Денис Хәкимовтың сығышы көтөлә. Шулай уҡ бөгөн пляж волейболы, бадминтондан ярыштар үтәсәк.