+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
27 Июль 2023, 05:40

Сейәнән бәлеш

Ҡамыр өсөн:400 г он120 г маргарин100 г шәкәр2 йомортҡа1 балғалаҡ ҡабартҡыс(разрыхлитель)Эслек өсөн:250 г сейә

Сейәнән бәлешСейәнән бәлеш
Сейәнән бәлеш

Өҫтөнә һалыу өсөн:
200 г ҡаймаҡ
100 г шәкәр
2 йомортҡа
2 ҡалаҡ он кәрәк буласаҡ.
Әҙерләү :
Башта йомортҡаны шәкәр менән ҡушып туғыйбыҙ.
Маргаринды иретеп бер аҙ һыуытырға ҡуябыҙ. Шунан йомортҡа менән бергә ҡушып бутайбыҙ.
Ҡабартҡысты онға һибеп йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ.
Бәлештең өҫтөн йөҙләү өсөн йомортҡаны шәкәр менән ҡушып туғыйбыҙ.
Ҡамырҙы табаға йәйеп һалабыҙ ҙа өҫтөнә сейәне һалабыҙ һәм өҫтөн туҡылған шәкәрле йомортҡа менән йөҙләйбеҙ.
Бәлеш духовкала (200 градус С), 35 минутта бешеп сыға.
Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын дуҫтар!

Сейәнән бәлеш
Сейәнән бәлеш
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас