+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
2 Август 2023, 10:40

Әйҙәгеҙ, туңдырма эшләйек!

Әлеге эҫе көндә туңдырманан да шәп тәмлекәс юҡтыр. Шулай бит, дуҫтар? Әйҙәгеҙ беҙҙең менән бергәләп туңдырма эшләгеҙ. Рецебы ябай ғына.

Әйҙәгеҙ, туңдырма эшләйек!Әйҙәгеҙ, туңдырма эшләйек!
Әйҙәгеҙ, туңдырма эшләйек!

32 процентлы 3 стакан һөт өҫтө (сливки) йәки ҡуйы йәки әҙерәк ҡаймаҡ ҡушылған ауыл һөтө , 1 стакан шәкәр пудраһы, 3 йомортҡа һарыһы, ванилин. Ванилин менән йомортҡа һарыһын күпертеп, йылы сливки һалып, ҡуйырғансы ҡайнатабыҙ ҙа, һыуынғас, формаларға һалып, һыуытҡысҡа ҡуйырға. Натураль туңдырма әҙер.

Әйҙәгеҙ, туңдырма эшләйек!
Әйҙәгеҙ, туңдырма эшләйек!
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас