

АПАЙ
Оләсәйҙең ҡалын шаҡмаҡ шәлен
Бер парашют итеп икәүләп
Һикерәбеҙ өйҙөн ҡыйығынан...
Барып төшһәк ергә тәкмәсләп
Аҡыл сыбығынан өлөш сыға:
-Һин бит апай!...
Ә мин хыялый,
Осам ( ! ) тигән хыялымды бәпләп,
Теге шәлде һаман ҡыялай...
Мышағырға осоп етмәһәк тә,
Әләмтүбә яҡын.
Ҡосаҡлар!
Эй, әүрәткес бер ҡатлылыҡ йәндә!
Һағындыра икән шул саҡтар...
Һеңлекәште иркәләтеп килә
Аҡтауарҙар итеп йөкмәге,
Ул әле лә йөрәгемә генә
Йөкләп алған серҙәр сүлмәге.
Әлхәмделиллә шөкөр!
Зарланмайым.
Йөгөм ауыр түгел.
Күтәрәм.
Апай тигән күркәм дәрәжәмде
Һин бит үҙең,
Үҙең күтәрәң!
Мин бит апай...
Минзәлә Шөғәйепова