

8 йәшлек Ибраһим Ғәлин “Башҡорт аты” халыҡ-ара фестиваленә йыйына. Ул милли батырыбыҙ Салауат Юлаев кеүек өс йәшендә үк ат эйәрләгән. Ибраһим сәғәттәр буйы аттар янында булырға әҙер. Малай улар менән һөйләшә, ашата, эсерә, ялдарын тарай.
Ибраһим быйыл 2-се класҡа бара. Ул Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында 1-се мәктәптә уҡый. Малай күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнә.