Былар ҡыҙыҡлы
Ҡалала иң бейек бина – “Уралсиб” банкының офисы. Ул 26 ҡатлы йортҡа тигеҙ булыр ине.
- Өфө – Рәсәйҙә оҙонлоғо буйынса – 3-сө, майҙаны буйынса 7-се урынды алып тора.
- ИНН – бөтә Рәсәй буйлап ҡулланыу өсөн һалым түләүсенең шәхси номеры Өфө ҡалаһында уйланылған.
- Ҡалала иң бейек бина – “Уралсиб” банкының офисы. Ул 26 ҡатлы йортҡа тигеҙ булыр ине.
- Ҡала аҫтында 20 тәбиғи мәмерйәнән торған система бар. Бер мәмерйәнән тыш башҡаларының инеү урындары ябыҡ. Дудкинск мәмерйәһенең оҙонлоғ 2620 метр, ул иң оҙон мәмерйә булып һанала.
- Ҡалала өс проспект бар. Октябрь проспектының оҙонлоғо туғыҙ саҡрым. Шулай уҡ Сауҙа һәм 7,1 саҡрымлы Салауат Юлаев проспекты.
- 18-се быуаттың 30-сы йылдарында Өфөнөң гербын Петербургта юғалталар һәм уның урынына – ҡыҙыл яланда күк ат менән сабыусы һүрәте төшөрөлгән гербты тәҡдим итәләр. Тик ҡала халҡы уны ҡабул итмәй һәм 1782 йылда иҫке гербты – һуҫар төшөрөлгәнен яңынан тергеҙәләр.
- Өфө – 2008 йылдан тыуым артҡан беренсе миллионлы ҡала.
- Өфө территорияһында францияның баш ҡалаһы Париж ете тапҡыр урынлаша алыр ине.
- Өфөлә йәшәүсе һәр кешегә 700 квадрат метр самаһы ҡала майҙаны тура килә. Шуға күрә лә башҡортостандың баш ҡалаһын рәсәйҙең иң иркен мегаполисы тип атайҙар.
- Өфө – рәсәйҙең йәйәүлеләр өсөн тәғәйенләнгән бер генә урам да булмаған берҙән-бер мегаполисы.
- Ҡалала беренсе мәсет 19 быуат уртаһында төҙөлә. Ул Туҡай урамында урынлашҡан.