

Барыһын бергә һалып, миксер менән эҫе быу өҫтөндә («водяная баня») тотҡан килеш туғыйбыҙ. Ул һауытты баш түбән тотҡанда ла ағып төшмәҫлек хәлгә килергә тейеш. Шунан уны пергамент йәйелгән табаға шулай уҡ тоҡсай ярҙамында һалып сығабыҙ ҙа мейескә ҡуябыҙ. Иң талғын утта сәғәт ярым тирәһе бешерәбеҙ. Мейестең ишеге саҡ ҡына асыҡ торһон. Мейесте һүндергәс, һыуынғансы алмай тороғоҙ.
Безе эшләгән һауыт таҙа һәм ҡоро булырға тейеш.
🫖Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын
сығанаҡ: https://vk.com/bashkortvk