+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
15 Август 2023, 05:36

Төшкө ашҡа тултырылған ташҡабаҡ бешерәйек

Кәрәк буласаҡ: 2 йәш ташҡабаҡ300 грамм үткәрелгән ит1 стакан дөгө ярмаһы1 баш һуған2 помидор (2 ҡалаҡ томат иҙмәһе лә ярай), 2 ҡалаҡ ҡаймаҡ1-2 ҡалаҡ он1 стакан һыу, тоҙ, борос, көнбағыш майы.

Төшкө ашҡа тултырылған ташҡабаҡ бешерәйекТөшкө ашҡа тултырылған ташҡабаҡ бешерәйек
Төшкө ашҡа тултырылған ташҡабаҡ бешерәйек
❇Әҙерләү:
▪Һуғанды ваҡлап турайбыҙ ҙа көнбағыш майында ҡыҙҙырабыҙ,үткәрелгән ит ҡушып ҡыҙҙырабыҙ.
▪Бүрттерелгән дөгө ярмаһы өҫтәйбеҙ, тәменсә тоҙ, борос ҡушып болғатабыҙ.
▪Эслек әҙерләнгәнсе ташҡабаҡты 5-6 сантиметр ҡалынлығында ҡырҡабыҙ. Төбөндә 1 сантиметр самаһы ҡалдырып, эсендәге йомшағын алабыҙ.Өҫтөнә тоҙ һибәбеҙ.
▪️Ташҡабаҡтан килеп сыҡҡан “һауыт”тарға эслек тултырабыҙ.
▪️Помидорҙы турап, майлы табала бер аҙ ҡыҙҙырабыҙ, ҡаймаҡ өҫтәйбеҙ. Һыу менән ондо болғатып, шулай уҡ табаға ҡоябыҙ, тоҙлайбыҙ. Соус ҡайнап сыҡҡас, уттан алабыҙ.
▪️Тултырылған ташҡабаҡтарҙы майлы табаға урынлаштырып, өҫтөнә соус ҡоябыҙ.
▪️ Мейескә 180–200 градус эҫелеккә ҡуябыҙ. 30–40 минуттан файҙалы һәм тәмле ризыҡ әҙер
Сығанаҡ:  https://vk.com/bashkortvk 
Төшкө ашҡа тултырылған ташҡабаҡ бешерәйек
Төшкө ашҡа тултырылған ташҡабаҡ бешерәйек
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас