Тамашанан һуң йыйылған барыһын да Бөрйән районы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ғайса Хәлитов сәләмләне.
Ул Бөрйәндең ысын мәғәнәһендә тарих иле булыуын, Урал батыр, Бабсаҡ бей, Мәсем эҙҙәрен һаҡлауын һыҙыҡ өҫтөнә алды. "Урал батыр" эпосын башҡортмон тигән һәр кем йөрәгендә йөрөтөргә тейеш!" - тине ул.