

“Салауат Юлаев” хоккей клубы генераль директоры Ринат Бәширов ошо турала белдерҙе. Турнир август аҙағында Өфөлә ойошторола. Спортсының исемен мәңгеләштереү буйынса башҡа тәҡдимдәр һуңғараҡ ҡарала. “Салауат Юлаев” командаһының 21 йәшлек һөжүмсеһе 14 августа вафат булды. Родион Әмиров “Торонто” командаһы составына индерелә.
"Салауат Юлаев" командаһы уйынсыһы Родион Әмиров менән хушлашыу бөгөн 21 августа "Өфө-Арена" спорт комплексында уҙҙы. Спортсы Ишембай районының Богдановка ауылында ерләнәсәк.
Ғүмеренең һуңғы көндәрендә 21 йәшлек хоккейсы ҡаты ауырып, һуҡырайған, йөрөмәгән.