+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
21 Август 2023, 10:35

Сейә бәлеше

300 – 400 грамм сейә (туңдырылған йәки компоттан булһа ла ярай)1,5 стакан он2 йомортҡа1 стакан шәкәр200 грамм ҡаймаҡ100 грамм аҡ майярты балғалаҡ сода3 балғалаҡ ванилле шәкәр тәменсә тоҙ кәрәк.

Сейә бәлешеСейә бәлеше
Сейә бәлеше

Йомортҡаға шәкәр ҡушып туғыйбыҙ. Иретелгән аҡ май, ҡаймаҡ, сода, ванилле шәкәр, он һалып, ҡаймаҡ ҡуйылығына еткәнсе болғатабыҙ. Төштәре алынған сейәгә (туңдырылған булһа, иретеп тормайбыҙ) бер аҙ ғына крахмал һибәбеҙ. Майлы табаға ҡамырҙы һалабыҙ, өҫтөнә тигеҙ итеп сейә теҙәбеҙ, саҡ ҡына ҡамырға батыра бирәбеҙ. 180 градус эҫелектәге мейестә 40 – 50 минут бешерәбеҙ. Мейестән алғас, шәкәр онтағы һибеп биҙәргә мөмкин.
☕Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын 💕

Сейә бәлеше
Сейә бәлеше
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас