+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
24 Август 2023, 11:25

"Артек"та

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназияһы уҡыусылары — халыҡ-ара конкурс финалистары.

"Артек"та"Артек"та
"Артек"та

Академик Сергей Королев исемендәге Һамар милли тикшеренеү университеты йыл да уҡыусылар араһында һөнәр һайлауға арналған “Спутник” йәш инженер-эҙләнеүселәр Бөтә Рәсәй конкурсын үткәрә.
2022-2023 уҡыу йылында конкурстың ситтән тороп ҡатнашыу этабында Рәсәй төбәктәренән бөтәһе 8053 бала көсөн һынап ҡараған, уларҙың 118-е финалға сыҡҡан. Финалистар алда ике һайлап алыу этабында ҡатнашҡас, өсөнсөһөн Һамар университетында үтә. Ә һуңғы – дүртенсе этап Ялта ҡалаһында “Артек” халыҡ-ара балалар үҙәгендә 10 апрелдән 1 майға тиклем “Йыһанда – беренсе, доньяла – иң яҡшыһы!” девизы аҫтында профилле смена сиктәрендә ойошторола. Уҡыусылар уҡыу менән бер рәттән, ижади һәләттәрен үҫтереү, ял итеү сараларында, экскурсияларҙа ҡатнаша.
Ошо финалистар араһына беҙҙең Башҡортостандан барлығы өс уҡыусыға эләгеү бәхете тейә. Улар – Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының 10-сы синыф уҡыусылары Ильяс Миһранов, Руслан Хажин һәм Азамат Харисов. Улар үҙҙәренең тырышлығы менән ошо конкурста ҡатнашып, һуңғы этапҡа үтте һәм “Артек” халыҡ-ара балалар үҙәгенә юлланды.
— Һәр кешенең кескәй саҡтан килгән хыялы, маҡсаты була. Беренсенән, был өс егеттең күренекле, республикабыҙҙың алдынғы гимназияһында уҡырға тигән теләге тормошҡа ашҡан булһа, икенсеһе – “Артек”ҡа эләгеү хыялы булғандыр. Сөнки улар бик ныҡ ҡыуанып, дәртләнеп юлға сыҡты. Минең өсөн улар тағы ла бер баҫҡысҡа күтәрелгәндәй булды. Киләсәктә ниндәй генә һөнәр һайлаһалар ҙа, үҙ юлдарын табырҙар тигән ышаныстамын, – ти уҡыусыларҙың тәрбиәсеһе Алһыу Азат ҡыҙы.
Быйыл миңә “Артек” халыҡ-ара балалар үҙәгендә ял итеү бәхете тейҙе. Ул Ҡырымдың Ҡара диңгеҙ яры буйҙарында урынланҡан. Уны тирәләй тауҙар уратып алған. Шуларҙың береһе – Айыу тауы (Аю-даг) – легенда буйынса бөтөн “Артек”ты һаҡлап тора, — ти Ильяс Миһранов.
Беҙ “Лазурный“ лагерында ял иттек. Унда үткән һәр көнөбөҙ тик ҡояшлы эҙ ҡалдырҙы беҙҙең күңелдәрҙә, ғүмерлеккә етерлек хис-тойғолар бүләк итте, тип әйтһәм дә яңылышмаҫмын тип уйлайым.
“Артек”тан ҡайтыуыбыҙға күп тә үтмәне, беҙ ундағы ҡояшлы көндәрҙе, шат күңелле вожатыйҙар менән дуҫтарҙы һағына ла башланыҡ һәм даими улар менән һөйләшеп торабыҙ!

"Артек"та
"Артек"та
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас