+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
24 Август 2023, 06:12

Донъялағы иң ҡеүәтле нәмә – аҡыл, ти!...

Борон-борон заманда, Ҡояш табаҡтай ҙур бул­ғанда, айҙың яртыһын сысҡан кимереп ваҡ­ла­ғанда, шул валсыҡтарҙан йондоҙҙар емелдә­гәндә донъяға килгән, ти, игеҙәк ике бала. Бе­рен­сеһенең аяғы ергә теймәгән, ҡулынан эш төш­мәгән, һандуғастар моңон һуҙғансы, Ҡояш Күккә менеп еткәнсе бар эшен дә тамамлар тырыш егет булған, ти. Ә икенсеһе, ҡустыһы эштең рәтен белмәйенсә, Ҡояштың ҡалҡҡанын күрмәйенсә, ә унан һуң байығанын көтмәйенсә, йо­ҡонан туймайынса, ашауынан саҡ бүкмәйенсә йәшәгән, ти. Әҙергә – хәҙер булып үҫкән был бала ата-әсәһен, туғанын ныҡ йонсотоуҙан тыш, етмәһә һаран да, үҙ һүҙле лә булған. Яҡындары, үҙ сиратында, “ул бит әле бәләкәй, үҫә килә, аҡылға ултырыр”, тип өмөтләнгән. Был һүҙҙе ишеткән малай һикереп килеп торған да:

Донъялағы  иң ҡеүәтле нәмә –  аҡыл, ти!...Донъялағы  иң ҡеүәтле нәмә –  аҡыл, ти!...
Донъялағы иң ҡеүәтле нәмә – аҡыл, ти!...

– Һеҙ миңә ул аҡылды һатып алып бирегеҙ, мин уның өҫтөнә менеп ултырайым, – тигән.
Ағаһы, унан көлөп:
– Һин, унда менеп ултырып, аҡыл һатырға уйлайһыңмы? – тигән.
– Үҙеңә етмәгән аҡылды миңә өйрәтмә! Мин уны күптән белгәйнем, – тигән, ти, кесеһе белдек­ле кеше булғандай. – Һиңә шәхсән өндәшмәнем, йә иһә һатып алырһың да миңә бирмәҫһең. – Үҙе иһә: “Ул һатып алған әйберемдең, өҫтөнә менеп ултырып, кире һатһам, миндә ҡалмай бит. Юҡ, былай булмай, мин икәүҙе һатып алайым, бе­рен­сеһен үҙемдә ҡалдырырмын, икенсеһенең, хаҡын күтәреп, тағы икәүҙе алырмын. Шулай итеп, бай кеше буласаҡмын”, – тип эстән генә ҡыуанған. Шулай ҙа эсен бер уй кимергән.
– Ағай, ә уны ҡайҙан һатып алырға була?
– Һин аҡылды әйтәһеңме?
– Эйе, өҫтөнә менеп ултыра торған әйберҙе.
– Мин уны бер йыл буйы ауыҙлыҡлап маташам, бер ҙә миңә бирешмәй.
– Ә мин нишләп белмәйем?
– Мин бит һин иртәнсәк йоҡлағанда уҡ уны тоторға сығып китәм, ә кисен инде тоттом тигәндә генә ҡайтырға ваҡыт етә лә ҡуя. Ә өйгә ҡайтһам, һин тағы йоҡлап ятаһың. Иртәгә иртә менән ауыл уртаһындағы баҙар аръяғына бар, шунда аҡыл бирәләр. Тырыштарға күберәк эләгә.
– Миңә ҡалдымы икән? Һин бит унда күптән йөрөйһөң, миңә ҡалдырмай, алып та бөткәнһеңдер әле.
– Юҡ, ҡустым, унда барыһына ла етерлек. Уңғандарға йомарт өләшәләр.
Был һүҙҙәрҙән һуң ҡустыһы, татлы уйҙарға сумып, кисте саҡ-саҡ төнгә еткереп, ә төндө йоҡоһоҙ өкөгә тапшырып, һандуғастар тормаҫ борон, тоҡсайына аҙыҡ тултырып, ауыл уртаһына юлланған.
Ҡапҡанан сығыу менән, йөгөнә көсө етмәй эләгеп ҡолап та киткән. Баҙар аръяғына еткән, әммә нимә артынан килгәнен хәтеренә төшөрә алмаған. Әллә күпме баш ватҡас, аптырауҙан урамдан үткән халыҡтан һорарға булған.
– Ағайҙар, миңә теге әйбер кәрәк ине, өҫтөнә ултыра торған. Ҡайҙа һаталар икән?
Береһе туҡтап:
– Әй, ҡустым, ниндәй әйбер тураһында һорайһың ул? Ултыра торғандары күп инде. Ул ҡайһылайыраҡ күренә?
Ялҡау малай, уйланып тора торғас, иҫенә төшөрөп:
– Ағайым уны ауыҙлыҡлай алманым тине.
– Ә һиңә теге елдәй елеп йөрөй торған юрға кәрәктер? Анауында ат ҡараусының һарайына бар, унда күп ул, аҡсаң ғына етһен.
Был һүҙҙәрҙе ишеткән ялҡау малай шунда уҡ эстән генә көлөп ҡуйған. “Эй, минең ағайым меҫкен генә икән. Ул бер йыл тота алмағанды, мин бөгөн үк икәү итеп алып ҡайтасаҡмын. Шунан килеп танауына сиртермен дә әле”, – тигән хәйләле уйҙарын да сумып китеп барғанда юртып килгәндә ат кешнәүенән тертләп киткән.
– Һин, улым, бында ни ҡарап йөрөйһөң, аттарымды өркөтөп? – тигән ҡарт. Шунан малай эстән генә: “Эй, бының аттары ҡурҡаҡ ҡына. Ағайымдың йөрәге бөтөнләй сәпсек кенә һымаҡ икән, быларҙан да ҡаушағас”, – тип уйлап, шунан эре генә баҫып:
– Ни, ҡарт, мин һинең иң яҡшы ике атыңды һатып алырға килдем.
Оло кеше уға һынамсыл ғына ҡарап:
– Аҡсаң ғына етерме икән? Минең аттарҙы алырға.
– Ниңә етмәҫ. Яҡшы атың булһа, аҡса йәл түгел.
Ҡарт уға, йылмайып:
– Ҡана, бир аҡсаңды, атымды һиңә бирәйем, – ти.
Ялҡау малай, йөҙөн етдиләтеп:
– Юҡ, былай бармай. Һин биргән атың йә насар булыр, үҙем һайлап алайым, – тип яуаплай.
– Ярай, улым. Йә, ялан кәртәгә үт тә, йәнең теләгәнен һайлап ал!
Эскә үткәс, ул атты нимәһенә ҡарап алырға тип, башын тырнап торғанда, ағаһының һүҙе иҫкә төшкәс, өҫтәренә менеп ҡарамаҡ була.
Һике кеүек яҫы арҡалы атты күргәс, быныһын алһам, ултырыу ғына түгел, хатта ятып йөрөргә лә була. Кемдең әле атта һуҙылып ятҡаны бар әле. Ундайҙарҙан иң беренсе булырмын, тиеп янына бара. Шунан ҡартҡа ҡысҡыра:
– Ҡарт, миңә баҫҡыс алып кил!
Быны ишеткән бабай үҙ ҡолағына ышанмай, әллә бигерәк ҡартайҙым инде, тиеп, ҡолаҡ артын ышҡып ала. Шунан ул, йүгереп кенә өйөнә инеп, ялан кәртәнең асҡысын тотоп сыға ла күрәһең, баҫтырып йөрөгөһө килмәйҙер, тип тыштан бикләп тә ҡуя.
Ә был ваҡытта ялҡау малай ҡартты әрләй-әрләй, башын эйеп торған атҡа яҡынлай. Ҡарап-ҡарап тора ла муйыны буйлап менмәк була, аяғын күтәреүенә ат, өркөп, артҡа ырғый. Артынса, дау ҡуптарып, ҡалғандары сабырға тотона. Ҡото осҡан ялҡау, ни эшләргә белмәй, бикле ҡапҡа яғына тәгәрәй-тәгәрәй йүгерә һәм аша төшмәксе була. Тик йыуан ҡорһағы ирек бирмәй. Әмәл тапмағас, ергә ятып, ҡапҡа аҫтынан шыуыша, унда ла күпкәк эсе бөкө һымаҡ тығыла. Быны күреп, ҡарт ҡапҡаны асып ебәрә. Ә малай инде, табанын ғына ялтыратып, ауыл яғына саба. Телен һәлендереп, аяғын көскә һөйрәп, йортона килеп ингәндә ағаһы тәмле итеп сәй эсеп ултыра икән.
– Нимә, ҡустым, аҡыл һине бешерҙеме?
– Бешереү генә, түгел саҡ үлтермәне, өҫтөнә лә ултыртманы.
– Һин бит аҡылды дөрөҫ һайламағанһың. Өҫтөнә ултырһаң, утта ла янмайһың, һыуҙа ла батмайһың. Иртәгә шуға тағы эҙләрһең.
– Аҡылың алтын икән.
– Дөрөҫ әйтәһең, етмәһә, ул алтындан да ҡиммәт.
Донъялағы иң ҡиммәтле, алтындан юғары хаҡлы әйбер ни булыуы мөмкин, тиеп, уйҙарына сумып, арыуынан тәне быуынһыҙ булып, әүен баҙарына китә ялҡау. Таң менән уянған малай, әтәстәрҙе ҡысҡырып әрләй. Урамға йыйынған ағаһы унан көлөп һорай:
– Йә, ҡустым, аҡыл башыңды ваттымы?
Күҙҙәре аҡайған ҡустыһы:
– Нимә, ағай, ул әллә тағы башты ватамы ни?
– Уға һин өйрәнмәһәң, башыңды ла вата ул, ҡулыңды ла арыттырыр, аяғыңды ла күп йөрөтөр. Төнөн йоҡлап йоҡоларың йоҡо булмаҫ.
Инде илар сиккә еткән ҡустыһы:
– Етәр, ағай, өйрәт мине. Шул аҡылды ҡайҙан ғына алырға. Өҫтөнә лә ултырырмын, әммә һыу­ға һалып батырмаҫмын, утҡа һалып яндырмаҫмын. Тик ғәзиз башымды ғына ватмаһын.
– Әйҙә, ҡустым, киттек ауыл уртаһына. Мәктәпкә барып, белем алырға. Аҡылды бит аҡса менән алмайҙар, белем менән алалар.
– Ә белемде һуң нисек алалар?
– Уҡыу менән.
Ошо көндән алып ағаһы ҡустыһын, етәкләп, ауыл уртаһындағы белем тауына – мәктәпкә алып бара. Ә малай бик тырыш булып сыға, белемен ихлас йомарт өләшеп, бай булып, халыҡ теленән төшмәй, бәхетле йәшәй, ти.
Шулай итеп, донъялағы иң ҡеүәтле нәмә баяғы ла аҡыл, ти.

Донъялағы  иң ҡеүәтле нәмә –  аҡыл, ти!...
Донъялағы иң ҡеүәтле нәмә – аҡыл, ти!...
Автор:Тимур РӘХМӘТУЛЛИН
Читайте нас