

Республика инженер лицей-интернаты — инновацион уҡыу йорто, унда Башҡортостан Республикаһының ауыл райондарынан һәм күрше төбәктәрҙән балалар уҡый. Лицей-интернатта физика-математика, химия-технология һәм социаль-иҡтисади дисциплиналарҙы тәрән өйрәнеү нигеҙендә белем алыу 5-11-се синыфтарҙа алып барыла.
Лицей үҙенең медалистары һәм БР Башлығы стипендиаттары менән дан тота. Быйыл иһә уны 14 кеше “Уҡыуҙа айырым уңыштары өсөн” миҙалы менән тамамланы.
Ғөмүмән, 31 йыл эсендә лицейҙы 9000-дән ашыу кеше тамамлаған, уларҙың күбеһе Рәсәй, Башҡортостан һәм башҡа илдәрҙең юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингән.
Лицеистар йыл һайын республика, төбәк-ара һәм халыҡ-ара кимәлдәге конкурстарҙа, ярыштарҙа, олимпиадаларҙа ҡатнаша һәм призлы урындар яулай. Әйтәйек, 11-се синыф уҡыусыһы Вадим Харисов быйыл Швейцарияның Цюрих ҡалаһында үткән 55-се Халыҡ-ара химия олимпиадаһында алтын миҙал яуланы. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҡыусыны еңеүе менән ҡотланы һәм юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң Хөкүмәткә эшкә килергә тәҡдим итте.
2018 йылдан алып Өфө дәүләт нефть техник университеты менән тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырылған. Лицей базаһында университет алды мәктәбе эшләп килә.
Шулай итеп, Республика инженер лицей-интернаты Башҡортостаныбыҙҙың иң яҡшы мәктәптәренең береһе булды һәм буласаҡ.