+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Август 2023, 12:41

Урағай һанына күҙәтеү

Журналдың урағай һанында  “Башҡортостан беҙҙән башлана” шиғриәт, “Ижад ҡомары” сәсмә әҫәрҙәр бәйгеләренә ебәрелгән гәрәбәгә тиң матур әҫәрҙәр донъя күрҙе. “Ай, һылыу!” конкурсында урағай һылыуын да билдәләнек.

Урағай һанына күҙәтеү
Урағай һанына күҙәтеү

2023 йылғы үҫмерҙәр модаһының төп тренды, иң силле үҫмерҙәр нимә кейә икәнен уҡып сыҡтығыҙмы? Оҡшанымы?  Тимур Рәхмәтуллин беҙгә бик ҡыҙыҡлы “Донъялағы иң ҡеүәтле нәмә – аҡыл, ти...” тип исемләнгән әкиәтен яҙып ебәргән. Кем дә кем уҡып өлгөрмәгән, бөгөн үк уҡып сығығыҙ, ярай мы?

Кемдәр журналдың яңы һанын күреп өлгөрмәгән был һанда постерҙа ниндәй йондоҙ сығыуы  әлегә сер булып ҡалһын. Йондоҙмо ул, әллә йондоҙҙармы? Бер-нисә көндән күрерһегеҙ, сайтҡа ҡуйырмын!

Дуҫтар! "Аманат"ҡа яҙылып ҡалырға ашығығыҙ! 31 авгусҡа тиклем  2024 йылдың беренсе ярты йыллығына 2023 йылдың икенсе ярты йыллығы хаҡтары менән яҙылыу бара! 1 сентябрҙән яҙылыуҙың төп компанияһы башлана, ләкин унда хаҡтар артасаҡ.

 “Аманат”лы булығыҙ!

Урағай һанына күҙәтеү
Урағай һанына күҙәтеү
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: