

Быйылғы модала ҡыҙҙар ҙа, егеттәр ҙә кейә торған универсаль кейем варианттары күп.
Киң карголар үҫмерҙәргә хәрәкәттә уңайлы булһын өсөн уйлап сығарылған. Шул уҡ ваҡытта элегантлы һәм ҡыйыу образдар өсөн уларҙы – еңле күлдәк һәм кроп-топтар, ә аутфиттарға футболка һәм худи менән бергә кейергә мөмкин.
Аутфит (оutfit) – заманса термин, әйберҙәрҙең модалы йәки стилле комбинацияһын билдәләй. Ул “look” һүҙенең мәғәнәһенә оҡшаш. Аутфит кейемдә, аяҡ кейемендә һәм аксессуарҙарҙа үҙ-ара конкрет комбинация яһауҙы аңлата, уға макияж һәм сәс инмәй.
Йәйге модала үҫмерҙәр өсөн бигерәк тә баш кейемдәре, сағыу яулыҡтар, банданалар образға үҙенсәлектәр өҫтәй. Шулай итеп, башҡа кейеү өсөн тәғәйенләнгән аксесуарҙар популярлыҡтың иң юғары нөктәһендә тора. Улар ярҙамында йәш ҡыҙҙарҙың нескәлеген йәки егеттәрҙең ҡыйыулығын күрһәтеп була.
Оҙон ҡуныслы ойоҡтар (гөлфиҙәр) тағы модала. Әйткәндәй, әгәр үҫмерҙәр үҙҙәрен күрһәтергә, сағыу күренергә теләһә, төрлө яҙыулы, ғәҙәти булмаған төҫтәрҙән торғанын кейә ала.
Шулай уҡ үҫмерҙәрҙең быйылғы иң яратҡан тренды, ул да булһа, образға төрлө акценттар өҫтәү. Был иһә ижади ҡарашлы балалар өсөн үҙ-үҙен күрһәтеү юлы ла булып тора. Мәҫәлән: ғәҙәти булмаған үксәле туфлиҙар, кроссовкиларға төрлө орнаменттар сигеү, буяуҙар менән һүрәт эшләү, геометрик формалағы төрлө ҡырҡылмаларҙы йәбештереү образды үҙенсәлеклерәк итеп күрһәтәсәк!
Шулай уҡ сағыу аксессуарҙар тураһында ла онотмағыҙ: ҙур алҡалар, каффтар, балдаҡтар һәм чокерҙар. Уларҙың нығыраҡ күҙгә ташланғаны яҡшыраҡ. Иң мөһиме, образ тыныс һәм тигеҙ булырға тейеш, ә акцентлы деталдәрҙе икәүҙән күберәк таҡмағыҙ!
Һәм тағы футуризм тураһындағы фильмдар йыш ҡына үҫмерҙәрҙең иғтибарын йәлеп итә, шуға ла ундағы кейемдәрҙәге футуристик деталдәрҙе иһә беҙ үҫмерҙәрҙә лә күрәбеҙ. Мәҫәлән: металл ғәҙәти булмаған ҡырҡылмалар, геометрия һәм неон төҫтәре.
Шулай, дуҫтар, 2023 йылда үҫмерҙәргә кейемдәр менән эксперименттар эшләү өсөн мөмкинлектәр асыҡ! Тик онотмағыҙ: башҡорт балаһы тыйнаҡ һәм ипле күренергә тейеш!
Өфө урамын да ҡайһы бер үҫмерҙәрҙән башҡортлоҡ рухы бөркөлөп торған милли колоритлы кейем кейеп йөрөүе һоҡландыра. Быны мин яңы тренд тип әйтер инем. Күптәренең кейемен милли орнамент биҙәһә, милли биҙәүестәр ҙә бик үҙенсәлекле күренә.
Ошондай йәштәр иһә үҙенең башҡорт милләтенән булыуы менән ғорурланып үҫә лә инде!