+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
25 Август 2023, 06:36

3-сө Башҡорт республика гимназия-интернатында Юрий Шатуновҡа таҡтаташ асыла

6 сентябрҙә, «Ласковый май» төркөмөнөң ваҡытынан алда киткән легендар солисы Юрий Шатуновтың 50 йыллығы көнөндә, Башҡортостанда иҫтәлекле саралар уҙғарыласаҡ. Мәҫәлән, Күмертауҙа буласаҡ артист уҡыған мәктәп-интернат бинаһында мемориаль таҡтаташ асыла. Хәҙер уҡыу йорто Башҡортостан Республикаһының беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов исемендәге 3-сө республика гимназия-интернаты тип атала.

3-сө Башҡорт республика гимназия-интернатында Юрий Шатуновҡа таҡтаташ асыла3-сө Башҡорт республика гимназия-интернатында Юрий Шатуновҡа таҡтаташ асыла
3-сө Башҡорт республика гимназия-интернатында Юрий Шатуновҡа таҡтаташ асыла

– Юрий Шатунов бында 1982 йылдан 1984 йылға тиклем уҡый. Ул саҡта уҡыу йорто Ю. Гагарин исемендәге 2-се мәктәп-интернаты тип атала. Гимназиябыҙ бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйыу инициативаһы менән беҙгә Мәскәүҙән йырсының фанаттары мөрәжәғәт итте. Мемориаль таҡтаташты Новосибирскиҙа эшләнеләр, - тип белдергән гимназия директоры Шайморат Тимербулатов. – Гимназияла портреты менән мөйөш һәм Шатунов исемендәге кабинет бар.

3-сө Башҡорт республика гимназия-интернатында Юрий Шатуновҡа таҡтаташ асыла
3-сө Башҡорт республика гимназия-интернатында Юрий Шатуновҡа таҡтаташ асыла
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас