

Кисә Өфө ҡалаһына килдек. Матбуғат йортона инеп беҙҙең яратҡан "Аманат" журналы редакцияһын да күреп сығырға булдыҡ. Матбуғат йорто янына еткәс бер аҙ тулҡынланып киттем. Был бит минең Өфөгә тәүге сәйәхәтем! Әсәйем менән 7-се ҡатҡа күтәрелдек. "Аманат" тарҙың ишеген шаҡып ингәс, беҙҙе баш мөхәррир Сәлмән Ярмуллин һәм хеҙмәттәштәре Зөбәржәт Яҡупова, Сәлимә Ҡаранаева, Миләүшә Камалова ҡаршы алды. Улар журнал тураһында бик күп һәм ҡыҙыҡлы мәғлүмәт бирҙе һәм һәр ваҡыт дуҫ булып ҡалыуыбыҙҙы, журнал тормошонда ҡатнашыуыбыҙҙы теләне. Беҙгә 8 Март байрамы алдынан уҙғарылған "Әсәйемде ҡотлайым" конкурсында еңгән бүләкте тапшырҙылар. Ә һуңынан беҙ баш ҡалабыҙҙың иң матур урындарына юлландыҡ. Бик күп иҫтәлекле урындарҙа булдыҡ. Был минең Өфө ҡалаһына тәүге сәфәрем. Минеңсә ул уңышлы һәм бик ҡыҙыҡлы булды.
Рәхимов Таһир.Ауырғазы районының Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының 2-се синыф уҡыусыhы