+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
28 Август 2023, 09:27

"Төньяҡ амурҙары" йәнһүрәтенең исем туйы уҙҙы

Тәүге тулы метражлы башҡорт йәнһүрәте Өфөнөң "Родина" кинотеатрында күрһәтелде. Килгән тамашасыларҙы фильмдың геройҙары фойела уҡ ҡаршы алды, һәр кем улар менән иҫтәлеккә фотоға төштө. Фильм менән продюсерҙар Артур Абдрахманов, киностудия директоры Юнир Әминев һәм рәссам-карикатурасы Камил Буҙыҡаев таныштырҙы. "Төньяҡ амурҙары" йәнһүрәтенең төп геройҙары - Рус-швед һәм 1812 йылғы Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашҡан биш башҡорт ир-егете. Йомағужа батыр, аҡыллы Ҡылысбай, солоҡсолар Ихсан менән Усман, йәш егет Ғәбит тамашасыларҙың күңеленә хуш килде.

"Төньяҡ амурҙары" йәнһүрәтенең  исем туйы уҙҙы"Төньяҡ амурҙары" йәнһүрәтенең  исем туйы уҙҙы
"Төньяҡ амурҙары" йәнһүрәтенең исем туйы уҙҙы

Күләмле проектҡа бик күп билдәле шәхестәр йәлеп ителгән. Мәҫәлән, Екатерина II — Лилиә Ғүмәрова, ә Александр I Асҡар Абдразаҡов тауышы менән һөйләй. Шулай уҡ фильмда мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, популяр комментатор Азамат Моратов, күренекле йырсылар Иҙрис Ғәзиев (Ҡылысбай) һәм Нәзифә Ҡадированың (Ҡылысбайҙың ҡатыны) тауыштары яңғырай.

«Башҡортостан» һәм «Муха» студиялары төшөргән «Төньяҡ Амурҙары» йәнһүрәте 31 августан Республикала киң экранға сыға, ә октябрҙән бөтә ил буйынса күрһәтеләсәк. Был — Башҡортостанда төшөрөлгән һәм  Рәсәй прокатына сыҡҡан беренсе йәнһүрәт. Фильм рус һәм башҡорт телдәрендә, шуға тамашасылар ике телдең береһен һайлап ҡарай ала.

Шулай уҡ  “Төньяҡ амурҙары” мобиль уйын ҡушымтаһы ла смартфон аша уйнап була. Уйын да йәнһүрәт кеүек  башҡорт халҡының тарихына бәйле.  Ҡушымта бушлай. Ул App Store-ҙа һәм  Android-та ла бар.  Эҙләгән ваҡытта “Северные амуры” тип яҙһағыҙ уйын килеп тә сығасаҡ. Фильмдың башҡортсаһын мотлаҡ ҡарарға саҡырабыҙ. Был беҙҙең мәҙәниәтебеҙгә индергән бер өлөшөбөҙ булыр. Бөтөн кеше урыҫ теллеһен ҡарап фильмдың башҡортсаһын ҡараусы әҙ булһа, был халҡыбыҙ өсөн оят булыр. Буш ваҡытығыҙҙа мотлаҡ “Төньяҡ амурҙары” уйынын уйнағыҙ.  Көндәрегеҙ матур, кәйефтәрегеҙ күтәренке булһын дуҫтар!

"Төньяҡ амурҙары" йәнһүрәтенең  исем туйы уҙҙы
"Төньяҡ амурҙары" йәнһүрәтенең  исем туйы уҙҙы
"Төньяҡ амурҙары" йәнһүрәтенең  исем туйы уҙҙы
"Төньяҡ амурҙары" йәнһүрәтенең  исем туйы уҙҙы
"Төньяҡ амурҙары" йәнһүрәтенең  исем туйы уҙҙы
"Төньяҡ амурҙары" йәнһүрәтенең исем туйы уҙҙы
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас