+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
29 Август 2023, 04:36

Сумоистарҙы Башҡортостанда әҙерләйҙәр

Республикала Сумо федерацияһы булдырылды.

Сумоистарҙы Башҡортостанда әҙерләйҙәрСумоистарҙы Башҡортостанда әҙерләйҙәр
Сумоистарҙы Башҡортостанда әҙерләйҙәр

Башҡортостанда Сумо федерацияһы ойошторолдо. Башҡортостан Республикаһының Сумо федерацияһы президенты итеп Руслан Зарипов тәғәйенләнде. Ошо көндәрҙә ул Мәскәүҙә Рәсәйҙең Сумо федерацияһы президенты Роман Илиев һәмәлеге ойошманың беренсе вице-президенты Геннадий Калеткин менән осрашты. Улар Башҡортостанда япон көрәшен, ә хәҙер инде донъялағы мауыҡтырғыс, көслө һәм популяр спорт төрөн — сумоны үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе.

«Башҡортостанда сумо яратыусылар бик күп, уны ойоштороу һәм яңы кимәлгә сығарыу, үҫтереү өсөн көс һалырға кәрәк. Республикабыҙҙа Сумо федерацияһын асыуҙың төп маҡсаты — балаларыбыҙ өсөн спорт төрҙәрен һайлау даирәһен киңәйтеү», — тине «Башинформ» агентлығына Руслан Зарипов.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2023-08-28/v-bashkirii-sozdana-federatsiya-sumo-3409466

Автор:ИА "Башинформ"
Читайте нас