+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
6 Сентябрь 2023, 07:11

Мәскәүҙең Троекуров зыяратында Юрий Шатуновҡа һәйкәл асылды

Ошо көндәрҙә Мәскәүҙең Троекуров зыяратында билдәле йырсы һәм «Ласковый май» төркөмө солисы Юрий Шатуновҡа һәйкәл асыу тантанаһы уҙҙы.

Мәскәүҙең Троекуров зыяратында Юрий Шатуновҡа һәйкәл асылдыМәскәүҙең Троекуров зыяратында Юрий Шатуновҡа һәйкәл асылды
Мәскәүҙең Троекуров зыяратында Юрий Шатуновҡа һәйкәл асылды

Ошо көндәрҙә Мәскәүҙең Троекуров зыяратында билдәле йырсы һәм «Ласковый май» төркөмө солисы Юрий Шатуновҡа һәйкәл асыу тантанаһы уҙҙы. Был хаҡта «Коммерсантъ» гәзитенең телеграм-каналында хәбәр ителә.

Бөгөн, 6 сентябрҙә, Шатуновҡа 50 йәш тулыр ине.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 6 сентябрҙә, ваҡытһыҙ арабыҙҙан киткән «Ласковый май» төркөмөнөң легендар солисы Юрий Шатуновтың тыуыуына 50 йыл тулған көндә, Башҡортостанда иҫтәлекле саралар уҙғарыла. Күмертауҙа, артист уҡыған мәктәп-интернатта, мемориаль таҡтаташ асыла.

Бер йыл элек «Башинформ» Күмертау ҡалаһының 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернатында музыка кабинетына Юрий Шатуновтың исемен биреүҙәре тураһында яҙғайны.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Юрий Шатунов былтыр 23 июнгә ҡарай төндә киң инфаркттан вафат булды. Уға 48 йәш ине.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-09-06/na-troekurovskom-kladbische-v-moskve-otkryli-pamyatnik-yuriyu-shatunovu-3420719

Автор:Вероника Никитина
Автор:ИА "Башинформ"
Читайте нас