

Һаумыһығыҙ! Мин әлеге ваҡытта Республика балалар клиник дауаханаһында “Аллергология” бүлегендә ятам. Бында Башҡортостаныбыҙҙың төрлө район, ҡалаларынан минең кеүек башҡортса һөйләшкән, уҡыған балалар бар. Беҙ процедураларҙан һуң бергә йыйылышып “Аманат”тың бүлек мөхәррире Сәлимә Ҡыуатова бүләк иткән “Аманат” журналын уҡырға яратабыҙ. Ә инде бәләкәсерәктәр журналдағы мандаланы яратып буяй.
Сынбулат Тахаув.