

"Тамыр" балаларҙы һәм уларҙың уйынсыҡтарын "ДА - ИГРА!" Асыҡ балалар телестудияһында көтә.
Майҙанда күсмә студия эшләйәсәк. Яратҡан уйынсығың менән килергә һәм уның тураһында бөтә донъяға телекамералар алдында һөйләргә кәрәк. Балаларҙың иң яҡшы танылыуҙарын БЮТ һәм Тамыр телеканалдарында махсус балалар репортажында бөтә республика ҡарай.
Шулай уҡ балалар һәм үҫмерҙәр менән мауыҡтырғыс уйындар уйнайҙар. Йәш өфөлөләрҙең һәм ҡала ҡунаҡтарының популяр "Әлләсе" телеуйынында ҡатнашыу мөмкинлеге бар. Махсус ошо осраҡ өсөн ойоштороусылар ике телдә: рус һәм башҡорт телдәрендә ябай һүҙҙәр менән карточкалар эшләй.
Сабыйҙарға Нурбостан донъяһына сумдырылырға тәҡдим ителә. Республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың грантына "Тамыр" телеканалы тарафынан төҙөлгән шул уҡ исемле анимация сериалы бәләкәй тамашасыларҙың һәм уларҙың ата-әсәләренең һөйөүен яулай.
- Беҙ "Нурбостан" өҫтәл уйынын эшләнек һәм сығарҙыҡ, - ти "Тамыр" телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина. - Һәм бына беҙ балаларға нуриктар уйнарға тәҡдим итә алған иҫтәлекле көн килеп етте. Шулай уҡ беҙ "Фестиваль символы Атҡа интервью бир!" тигән күңелле тарих уйлап сығарҙыҡ. Серҙәрҙе асмайым - килегеҙ, балаларҙы ла алып килегеҙ, барыһын да үҙ күҙҙәрегеҙ менән күрерһегеҙ.