+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
9 Сентябрь 2023, 05:46

Башҡортостанға бөтә Рәсәйҙән уйынсыҡтар киләсәк!

Роботтар, конструкторҙар, ҡурсаҡтар, машиналар, тактиль уйынсыҡтар һәм өҫтәл уйындары бөтә илдән бында ҙур балалыҡ байрамына йыйыласаҡ.

Башҡортостанға бөтә Рәсәйҙән уйынсыҡтар киләсәк!Башҡортостанға бөтә Рәсәйҙән уйынсыҡтар киләсәк!
Башҡортостанға бөтә Рәсәйҙән уйынсыҡтар киләсәк!

14-17 сентябрҙә Өфөнөң Совет майҙанында беренсе тапҡыр "Әйҙә Уйнарға" Бөтә Рәсәй фестивале үтәсәк. Роботтар, конструкторҙар, ҡурсаҡтар, машиналар, тактиль уйынсыҡтар һәм өҫтәл уйындары бөтә илдән бында ҙур балалыҡ байрамына йыйыласаҡ. Малайҙарҙы, ҡыҙҙарҙы, шулай уҡ уларҙың ата-әсәләрен уйындар, конкурстар, оҫталыҡ дәрестәре, квестар, күргәҙмәләр көтә. Рәсәй эстрада, спорт, блогерҙар, сәйәсмәндәрҙең йондоҙҙары үҙҙәренең яратҡан уйынсыҡтары һәм балалар уйындары тураһында һөйләйәсәк. Көн һайын фестивалдең төп сәхнәһендә: яратҡан геройҙарыбыҙҙың мультпарады һәм Бремен музыканттары менән бейеү флешмобы. Шулай уҡ балалар өсөн спектаклдәр, интерактив уйындар, күңел асыу программалары, популяр йәш блогерҙарҙың сығыштары, уйынсыҡтарҙы тест-драйв һәм киске мультфильмдар күрһәтеү!

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас