

16 сентябрҙә "Әйҙә уйнарға" фестивале сиктәрендә байрамдың йәш ҡунаҡтарына Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының "Осҡон осто, янғын сыҡты" спектаклен күрәһәтәсәктәр.
Коля исемле малай "ике" билдәһен ала һәм, ата-әсәһен рәнйетмәҫ өсөн, насар билдәһенән ҡотолорға була. Төрлө ысулдар ҡулланып, көндәлекте яндыра. Ут сыға.
Был фәһемле әкиәттән йәш тамашасылар уйын формаһында нисек билдәләрҙе төҙәтергә ярамай һәм өйҙә янғын сыҡҡан осраҡта нимә эшләргә кәрәклеген өйрәнә.
Киске сәғәт 2-лә башлана.
Үткәреү урыны: "Волшебный дворик". З. Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институты ихатаһында.
Йәш буйынса сикләү: 6+
Тулыраҡ программа менән бында танышырға мөмкин: https://айдаиграть.дети/