

Матбуғат конференцияһында республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Аппарат етәксеһе Азамат Абдрахманов былай тине: “2022 йыл көҙ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Ер аҫты байлыҡтарын ҡулланыу буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Евгений Петров студентар, ғалимдәр һәм һөнәри геологтар осраша аласаҡ майҙансыҡ булдырыу тураһында килешкәйне. Чемпионатты уҙғарыу идеяһы барлыҡҡа килде”.
Әйтергә кәрәк, был Чемпионат доньяла беренсе тапҡыр үткәрелә. Ни өсөн беҙҙең республикала? Сөнки Башҡортостанда ғына ҡаҙылма байлыҡтарының бөтәһе лә бар, тип хәбәр иттте Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең геология институты директоры Сергей Ковалев. Шуны иҫәпкә алып, үткәреү урыны итеп Башҡортостан һайланған.
Чемпионат “Патриот” хәрби паркында 16 – 22 сентябрҙә уҙғарыласаҡ. Рәсәй төбәктәренән 20, Каҙағстандан 1 команда ярышасаҡтар. Был сарала ҡатнашыусылар өсөн Архангел, Ишембай, Ғафури райондарына экскурсия ойоштороу ҙа ҡаралған.
автор фотоһы