+16 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Сентябрь 2023, 11:10

Инвалид балаларҙың ата-әсәләре бер үк ваҡытта эшләп йөрөргә лә, социаль түләүҙәр ҙә алырға мөмкин - Хеҙмәт министрлығы

2024 йылдың 1 ғинуарынан инвалид балаларҙың ата-әсәләре һәм опекундары социаль түләүҙәрҙе юғалтмайынса эшкә урынлаша ала. Тейешле бойороҡ проектын Рәсәйҙең Хеҙмәт министрлығы әҙерләгән.  

Министрлыҡтың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, әгәр ата-әсә тулы булмаған эш көнөнә, ситтән тороп, өйҙә, авторлыҡ хоҡуғы һәм гражданлыҡ-хоҡуҡи характерҙағы килешеүҙәр буйынса эшкә урынлашһа, шулай уҡ шәхси эшҡыуарҙар һәм үҙмәшғүлдәр булһа, пособиелар һаҡлана.

Хәҙер инвалид балаларҙың ата-әсәләренә һәм опекундарына айына 10 мең һум аҡса түләнә. Уны эшләмәгән граждандар ғына алырға мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-09-13/roditeli-detey-invalidov-smogut-odnovremenno-rabotat-i-poluchat-sotsialnye-vyplaty-3433313

Автор:Ләйсән Закирова
Автор:ИА "Башинформ"
Читайте нас: