+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Сентябрь 2023, 11:55

Кейеҙҙән шахмат

Бөгөн "Әйҙә уйнарға" фестиваленең һуңғы көнө. Кисә һәм бөгөн айырыусы баш ҡалабыҙҙың Советтар майҙаны халыҡ менән шығырым тулы. Дуҫтар, кемегеҙ кейеҙҙән баҫылған беренсе шахмат партияһы менән уйнап ҡарарға теләй, тиҙерәк Совет майҙанына юл тотоғоҙ, килештек ме?

Кейеҙҙән шахмат
Кейеҙҙән шахмат

Асия Ғәйнуллина Бөтә Рәсәй фестиваленә кейеҙҙән баҫылған беренсе шахмат партияһын тәҡдим итте. Ул 2015 йылда уҡ был эште башлап, быйыл тамамлай. Тап шахмат партияһының ижади эшкә йәлип ителеүе осраҡлы түгел. Сөнки, интелектуаль уйын башҡорт халыҡ ижадында ла урын алған. 

Ғөмүмән, форумға сығарылған 50-нән ашыу майҙансыҡта балаларҙың фекерләү ҡеүәтен арттырыуға, ижади һәләтен асыуға йүнәлтелгәне лә күп төрлө. Логопед, психология алымдары менән файҙаланылғаны айырым урын биләй. Әсә теленә ҡарата иғтибар, һөйөү тәрбиәләгәне лә шулай уҡ ғаилә усағының ныҡлығының бер өлөшө.
Шуға ла сара уйын менән генә сикләнмәне. Ул ғаиләләргә ниндәйҙер кимәлдә ярҙам итеү, ойошмалар менән яҡындан танышыу мөмкинлеген дә бирҙе.
Бөтә Рәсәй уйын фестиваленең исеменән үк әйтелгәнсә, форум ысынлап та халыҡты уйнарға саҡырҙы. Совет майҙаны умарта күсен хәтерләтте. Һәр кем яратҡан шөғөлөн табырға тырышты. Кемдер ағастан эшләнгән уйынсыҡтарға ынтылһа, икенселәре перәниктәргә балалар үҙҙәре күңеленә яҡын төҫ һалды.

Кейеҙҙән шахмат
Кейеҙҙән шахмат
Кейеҙҙән шахмат
Кейеҙҙән шахмат
Кейеҙҙән шахмат
Кейеҙҙән шахмат
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: