+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Сентябрь 2023, 08:03

«Әйҙә уйнарға» фестивалендә башҡорт халыҡ уйындарын уйнаныҡ

Кисә «Әйҙә уйнарға» фестивалендә Республика халыҡ ижады үҙәге үткәргән халыҡ уйындарында ҡатнашып, рәхәтләнеп уйнап алдыҡ. Был майҙансыҡта уйындар аша башҡорт халҡының тарихы һәм мәҙәниәте, көнкүреше һәм ғөрөф-ғәҙәттәре менән танышырға мөмкин ине.

«Әйҙә уйнарға» фестивалендә башҡорт халыҡ уйындарын уйнаныҡ
«Әйҙә уйнарға» фестивалендә башҡорт халыҡ уйындарын уйнаныҡ

Ҡатнашыусылар «Йәшерәм яулыҡ», «Сылбыр», «Тирмә», «Наза», «Арҡан тартыш» һәм башҡа халыҡ уйындарына ҡатнашты. Шуларҙың береһе - «Биш таш», унда таштар менән етеҙ идара итергә кәрәк ине.

«Был уйында беҙҙең бер юлы ике мейе ярымшары эшләй, шуға күрә ул өлкәндәр өсөн дә, балалар өсөн дә яраҡлы. Фестивалдә йолаларыбыҙҙы уйындар аша күрһәтергә теләйбеҙ, сөнки улар кешелә көс, сыҙамлыҡ һәм етеҙлек тәрбиәләй», - тип һөйләне «Атайсал» мәҙәни үҙәгенең художество етәксеһе Зилә Лира.

«Әйҙә уйнарға» фестивалендә башҡорт халыҡ уйындарын уйнаныҡ
«Әйҙә уйнарға» фестивалендә башҡорт халыҡ уйындарын уйнаныҡ
«Әйҙә уйнарға» фестивалендә башҡорт халыҡ уйындарын уйнаныҡ
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: