+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Сентябрь 2023, 15:19

РБ Башлығы Радий Хәбиров Сочиҙағы медиафорумда ҡатнашты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Сочи ҡалаһында барған XXVII  "Бөтә Рәсәй – 2023" хәҙерге заман журналистикаһы медиафорумында Рәсәй  журналистары алдында сығыш яһаны.

РБ Башлығы Радий Хәбиров Сочиҙағы медиафорумда ҡатнашты
РБ Башлығы Радий Хәбиров Сочиҙағы медиафорумда ҡатнашты

Башлыҡ Башҡортостан журналистарының махсус хәрби операцияны нисек яҡтыртыуы тураһында һөйләне. Етәксе  белдереүенсә, республиканан саҡырылған яугирҙәрҙең ҡаһарман хеҙмәте, хәрби бурыстарҙы нисек үтәүе менән Башҡортостанда сыҡҡан 146 баҫма, БСТ телеканалы көндән көнгә халыҡты таныштыра бара, йәнә батырҙарыбыҙ тураһында ике фильм төшөрөлгән. Репортерҙар ысын мәғәнәһендә идеология фронты һалдаттарына әүерелде, тине Радий Фәрит улы.

Республика етәксеһе үҙенең сығышында яу яландарында эшләгән журналистарыбыҙ менән ғорурланыуын белдерҙе. Уларҙың эшмәкәрлеген былтыр көҙ үҙ теләге менән МХО-ға юлланған беренсе вице-премьер Азат Бадранов координациялай, тине республика Башлығы.

***

Сочи форумында Радий Хәбиров һорауҙарға яуап бирҙе.

Рәсәй телевидениеһының "Беренсе каналы" журналисы Дмитрий Толмачев, МХО-нан ҡайтҡан яугирҙәр проблемалар ҡаршыһында яңғыҙ ҡалмаймы икән, тигән хәүеф белдерҙе.

Радий Хәбиров журналистың хәүефтәрен таратты булһа кәрәк. Башлыҡ әйтеүенсә, өйөнә ҡайтҡан яугирҙәр һәм уларҙың ғаиләләре өсөн федераль сараларҙан тыш республика ҡабул иткән 37 сара төрө ҡулланыла.

"МХО-ла ҡатнашыусылар – ябай, баҫалҡы кешеләр, – тине Радий Фәрит улы. – Улар дәүләттән һоранып йөрөргә яратмай,  бәлки, ҡайһылары чиновниктар менән аралашыуҙан кире тәжрибә лә алғандыр. Кеше үҙ-үҙенә йомолоп ҡалырға мөмкин, бының кире эҙемтәләргә килтереүе бар. Шуға беҙ үҙебеҙ инициатива күрһәтергә, кешеләргә ярҙам тәҡдим итергә тейешбеҙ – төп бурыс бына шул".

***

Сочиҙағы Журналистар форумында республикабыҙ Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан экспозицияһын ҡараны. Экспозиция фотокүргәҙмәнән һәм мәғлүмәти материалдарҙан тора.

Радий Фәрит улы Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалы доценты Руслан Хәмиҙуллин студенттары менән бергәләп әҙерләгән инсталляцияға иғтибар итте. "Башҡорт хәрби даны йылъяҙмаһы" тигән был  инсталляция  башҡорт яугирҙәренең быуындан-быуынға күсә килгән ҡаһарманлығы тураһында һөйләй.

***

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировты, уның юлдаштары – РФ Журналистар берлеге рәйесе Владимир Соловьевты,  БР Журналистар берлеге рәйесе Вәдүт Исхаҡовты, БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчевты БСТ журналисы Ильяс Батыргәрәев Фотокүргәҙмә һәм мәғлүмәти материалдар экспозицияһы менән таныштырҙы.

Күргәҙмә махсус хәрби операцияға киткән яҡташтарыбыҙҙың юлын һүрәтләй.

Өфөнөң Совет майҙаны, Донбасста генерал Шайморатов һәләк булған урын, уның бюсы, әлеге алыштар барған ерҙәр, харабалар, МХО-ла ҡатнашыусылар, хәрби юлдарҙан үткән аттар, яҡташтарыбыҙға оҙатылған ылауҙар – һәммәһе сағылған был күргәҙмәлә.

***

Радий Хабиров "Яҙыусы һәм шағир. Илһөйәр" тигән китап күргәҙмәһе менән дә танышты. Был күргәҙмәгә республика журналистарының китаптары ҡуйылған. Күргәҙмә менән "Аҡбуҙат" журналы баш мөхәррире Лариса Абдуллина таныштырҙы.

Яҙыусы Мөнир Ҡунафиндың МХО батыры Фәнис Хөсәйеновҡа арналған китабы айырым иғтибарға лайыҡ. Автор, республика Журналистар берлеге делегацияһы менән махсус хәрби операция  зонаһына барып, үҙ күҙҙәре менән күреп, Фәнис тураһында "Бер ғүмер етмәй икән" тигән китап яҙҙы. Күргәҙмәлә Мөнир Ҡунафин үҙенең китабын Радий Фәрит улына тапшырҙы.

***

Сочи форумы барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "Интерфакс" агентлығына интервью бирҙе.

Радий Фәрит улы 2022 йылдың яҙынан алып республикала 5 доброволецтар батальоны төҙөлөүе тураһында хәбәр итте.

"Уларҙың 4-һе  һуғыша ла инде, береһе хәрби әҙерлек нөктәһендә. "Башҡортостан" Башҡорт доброволецтар полкы төҙөлдө һәм ул әле яуҙа. Шулай итеп. мобилизацияланғандарҙы һанамағанда, беҙҙең бер нисә мең егет – доброволец", – тине Башлыҡ. Әле тағы ике подразделение төҙөлөүен әйтте.

***

Радий Хәбиров, "ТВ-Центр" телеканалының "Постскриптум" мәғлүмәт-аналитика программаһы махсус хәбәрсеһе Юлия Грабовскаяның һорауына яуап итеп,  МХО зонаһында эшләгән журналистарға аҡсалата түләү тураһында уйларға кәрәклеген белдерҙе.

"Мин хәрби хәбәрселәребеҙҙе нисек итеп аҡсалата түләүгә индереү тураһында уйлармын әле. Хәрби хәбәрселәргә хәрби хәрәкәттәр ҡатнашыусыһы статусы биреү тураһында федераль кимәлдә лә уйларға кәрәктер, минеңсә", – тине Радий Хәбиров.

***

Шулай уҡ Республика Башлығы федераль һәм республика мәғлүмәт сараларының бер төркөм журналистарына наградалар тапшырҙы. “Комсомолькая правда” гәзите хәбәрсеһе Александр Коц, “Известия” мәғлүмәт үҙәге хәбәрсеһе Эмиль Тимашев, “Беренсе канал” хәбәрсеһе Дмитрий Толмачев - Шайморатов генерал ордены, “Башҡортостан” телекомпанияһы хеҙмәткәрҙәре Рафиҡ Әхмәтшин менән Ильяс Батыргәрәйев һәм “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәрсеһе Эдуард Ҡусҡарбәков Шайморатов генерал миҙалы менән бүләкләнде.

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: