+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Сентябрь 2023, 13:23

Оҫтаз Хәлиҙә Заһит ҡыҙы Хәниповаға Иҫке Туймазы белем биреү үҙәгендә мемориаль таҡта асылды

«Халык мәғарифы отличнигы», «РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы», «Һуғыш һәм хеҙмәт ветераны», «Өлкән уҡытыусы», «Октябрьский ҡалаһының маҡтаулы гражданины», башланғыс кластар уҡытыусыһы, оҫтаз Хәлиҙә Заһит ҡыҙы Хәнипова.

Оҫтаз Хәлиҙә Заһит ҡыҙы Хәниповаға  Иҫке Туймазы белем биреү үҙәгендә мемориаль таҡта асылды
Оҫтаз Хәлиҙә Заһит ҡыҙы Хәниповаға Иҫке Туймазы белем биреү үҙәгендә мемориаль таҡта асылды

«Халык мәғарифы отличнигы», «РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы», «Һуғыш һәм хеҙмәт ветераны», «Өлкән уҡытыусы», «Октябрьский ҡалаһының маҡтаулы гражданины», башланғыс кластар уҡытыусыһы, оҫтаз Хәлиҙә Заһит ҡыҙы Хәниповаға Иҫке Туймазы мәктәбенә мемориаль таҡта асыу тантанаһына  Туймазы районының ветерандар берләшмәһе рәйесе Нурулла Таһир улы Бикчуров, райондың маҡтаулы кешеһе Адунис Мөсәғит улы Фазуллин, Иҫке Туймазы ауылы биләмәһенең хакимиәт башлығы Рәдис Мирхәт улы Вәлиәхмәтов, белем биреү үҙәгенең директоры Роберт Мөнәүис улы Хәйҙәров, музей етәксеһе Лилиә Кәшиф ҡыҙы Хәсәнова, Хәлиҙә Заһит ҡыҙының туғандары, балалары, ейәндәре һәм уҡыусылар йыйылды. Ә Хәлиҙә Заһит ҡыҙы уҡытҡан уҡыусылар  менән ҙур мәктәп ишек алды тулды. Бында профессорҙар, доценттар, ғәлимдәр, производство һәм ауыл хужалығы алдынғылары, уҡытыусылар, табиптар һәм башҡа һөнәр эйәләре.

 Хәлиҙә Заһит ҡыҙы Хәнипова 1927 йылдың 18 июлендә донъяға килгән. Тыуып-үҫкән урыны  –  Туймазы районы Ғафур (Ҡарамалы Вәлит) ауылы. 1944 йылда Юғары Бишенде урта мәктәбендә уҡып, Бәләбәй педучилищеһын тамамлағандан һуң, Иҫке Туймазы ауылына килә. Был вакытта йәш уҡытыусыға бары  17 йәш булған. Ил өҫтөндә һугыш барғанда, тылдағы һәр уҡытыусы мобилизацияла дип иҫәпләнгән. Иҫке Туймазы мәктәбе ул ваҡытта ете йыллыҡ ҡына булған. Коллективта 17-22 йәштәрҙәге 9 ҡыҙ, директор булып һуғыштан яраланып ҡайтҡан 23 йәшлек Мингазов Баҡир Ҡасим улы булған. Бөгөнгө йәштәр ул күренеште күҙ алдына ла килтерә алмай.  Дәреслектәр булмау сәбәпле уҡыйһы материалды таҡтага яҙып, шунан уҡып аңлатҡандар, дәфтәр булмау арҡаһында, иҫке гәзиттәрҙе файҙалангандар, яҙыу ҡараһын ҡоромдан, ағас ҡайрыһынан яһағандар, аҡбурҙы бәләкәй арбалар, кәйлә, көрәктәр менән алебастр ятҡылығына барып (Октябрьский ҡалаһына барған юл буйындағы тауға), ҡатламдан үҙҙәре соҡоп сығарып, яндырып, мунсала киптереп әҙерләгәндәр. Колхоз эштәрендә уҡыусылар менән эшләү, агитаторҙар булараҡ фронттағы хәлдәрҙе һөйләү, ауыл йәштәрен активлаштырыу, һалҡын клубта уйындар үткәреү, фронтҡа посылка әҙерләү – бөтәһе уҡытыусылар яуаплылығында булған. Әммә, иң элек үҙ вазифаларын – яҡшы уҡытыу, белем биреү бурысын кимселекһеҙ үтәгәндәр.

Хәлиҙә Заһит ҡыҙы 40 йыл мәктәптә башланғыс кластарҙы уҡыта. Хаҡлы ялға сыҡҡас, ғаиләһе менән Октябрьскийға күсенеп йәшәй башлайҙар. Хәлиҙә Заһит ҡыҙы тормош иптәше Тәлғәт менән өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Оло ҡыҙҙаары атаһы юлын һайлаған – нефтсе, уртансы һәм кесе  ҡыҙҙары әсәләре кеүек педагог. Ейәнсәрҙәре араһында ла мөғаллим эшен һайлаусылар бар. Нәҫелдәрендә уҡытусылар династияһының хеҙмәт стажы йөҙ илле йылдан артҡан! Хаҡлы ялға сығып, бөтә иҫтәлектәрен туплап, Хәлиҙә Заһит ҡыҙы Хәнипова, шағирә, 6 китап ижат итә. Уның "Уйҙарымды тѳрəм шиғиргə", "Яҡты хәтирəлəр", "Ҡыҙҙарыма", "Yҙебеҙ тураһында ғына", "Яҙмышым, уйҙарым, хыялдарым...", “Миҙгелдәр” исемле шиғырҙар, очерктар  йыйынтыҡтарын уның уҡыусылары, ауылдаштары, райондаштары бик яратып уҡыйҙар. Халиҙә Заһит ҡыҙы Хәнипова 40 йыл ғүмерен мәктәпкә бағышлап, ауылдың әллә нисә быуын кешеһен уҡытҡан, ауыл кешеләре менән һуғыш йылдарын кисергән, уҡыусылары менән Бөйөк Еңеүҙе ҡаршылаған, мәктәптең пионерҙар ойошмаһын етәкләгән, ауыл советы депутаты булған, мәктәп һәм һәр ғаилә мелән тығыҙ бәйләнештә йәшәгән. Һәр уҡыусыһын ул тормошҡа кәрәкле кеше итеп тәрбиәләргә тырышҡан һәм уларҙың яҙмышы менән ҡыҙыҡһынған. Әлеге уҡытыусылар өсөн Хәлиҙә Заһит ҡыҙы – бөйөк оҫтаз булып тора.

Йыл һайын август айында, һағыныуын белдереп,  Хәлиҙә Заһитовна һәм ҡыҙы Фирүзә Тәлғәтовна, мәктәптә күстәнәстәр тулы табын әҙерләп, уҡытыусылар менән осрашыуҙар үткәрҙе. 93 йәшендә!  лә ул мәктәптең иң ҙур ҡунағы һәм кәңәшсеһе булды. Был көн Хәлиҙә Заһитовнаның, беҙҙе, әлеге көндә эшләгән уҡытыусыларҙы, дәртләндереп, матур, йылы һүҙҙәр һөйләп, яңы уҡыу йылына кертеп ебәреү традицияһына әйләнгән иде. Йыш ҡына телефондан аралашты. Уҡытыусылар үткәргән саралар менән ҡыҙыҡһынды, үҙе уҡытҡан кешеләрҙең балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең нисек уҡыуҙарын тикшерҙе. Күпме йылдар хаҡлы ялда булһа ла, бер уҡыусыһын да онотмаған, исем, фамилияларын, уҡыусыларының ғаиләләлрен, балаларын белгән уҡытыусы донъяла бик һирәктер.

Бөйөк Кеше ауырыуҙар, сирҙәр тураһында уйламай. Киреһенсә, заманса актив булырға тырыша. Хаҡлы ялға сыҡҡандан бирле ҡаланың милли мәҙәниәте үҫешенә ҙур өлөш кертә. Татар-башҡорт ижтимағи хәрәкәттең иң актив ағзаларының береһе була.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Хәлиҙә Заһит ҡыҙы 94 йәшендә вафат булды.

Бына тиҙҙән Уҡытыусылар көнө етәсәк. Оҫтазыбыҙҙың һүҙҙәре: “Тырышып уҡырға, эшләргә, белем тупларға, тормошта кәрәкле кеше булырға – һәр кешенең изге бурысы!” – һәр саҡ девиз булып яңғыраһын!

 

Әхмәтова Альбина, Иҫке Туймазы белем биреү үҙәгенең  9-сы синыф уҡыусыһы

 

Оҫтаз Хәлиҙә Заһит ҡыҙы Хәниповаға  Иҫке Туймазы белем биреү үҙәгендә мемориаль таҡта асылды
Оҫтаз Хәлиҙә Заһит ҡыҙы Хәниповаға Иҫке Туймазы белем биреү үҙәгендә мемориаль таҡта асылды
Автор:
Читайте нас: