-4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Сентябрь 2023, 12:27

Республика райондарының береһендә йәнә бер Шайморатов класы асылды

Был хаҡта "Башинформ" агентлығы хәбәр итә.

Республика райондарының береһендә йәнә бер Шайморатов класы асылды
Республика райондарының береһендә йәнә бер Шайморатов класы асылды

Башҡортостандың Красная Горка ауылы мәктәбендә Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге класс асылды. Был хаҡта Нуриман районы башлығы Вилдан Ситдиҡовҡа һылтанып, республиканың Үҙәк маҡсатлы йүнәлеш үҙәгендә хәбәр иттеләр. "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы асыҡлауынса, "шайморатовсылар" - бишенсе класс уҡыусылары.

Тәүге шайморатов кластары Башҡортостанда 2020 йылда барлыҡҡа килә. Улар эксперименталь режимда Өфөнөң өс мәктәбендә, ике полилингваль мәктәптә һәм Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика гимназияһы-интернатта асылған. Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева әйтеүенсә, былтыр "Шәйморатов" исеме 92 мәктәпкә бирелгән, быйыл - 97. Хәҙер 189 класта 4 меңдән ашыу уҡыусы уҡый.

Беҙҙең уҡыусылар Шайморатов кластарында уҡыуҙы хөрмәт тип һанай. Улар дөйөм белем биреү программаһы буйынса шөғөлләнә. Төшкө аштан һуң хәрби тарихты өйрәнеүгә, хәрби эштәргә, ГТО нормаларын тапшырыуға, физкультураға ҡағылышлы өҫтәмә программалар бар. Уҡтан атыу, һыбай йөрөү булыуы мөмкин, тип аңлатма бирҙе Әлфиә Ғәлиева.

Республика райондарының береһендә йәнә бер Шайморатов класы асылды
Республика райондарының береһендә йәнә бер Шайморатов класы асылды
Республика райондарының береһендә йәнә бер Шайморатов класы асылды
Автор: Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас