-4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Сентябрь 2023, 14:57

Уҡытыусы һәм остаз йылына арнала

Күптәр үҙҙәренең уҡытыусылары тураһында яҙа. Минеңсә, остаз - ул өйрәтеүсе, уҡытыусы ғына түгел. Тормошта дөрөҫ йәшәргә, һәләтеңде төрлө яҡлап үҫтерергә ярҙам итеүсе кеше остаз булалыр тип уйлайым.Минең олатайым, Нөғәмәнов Ринат Мөҙәрис улы (Иҙрис Ноғманов) ана шундай кешеләрҙең береһе.

Уҡытыусы һәм остаз йылына арнала
Уҡытыусы һәм остаз йылына арнала

Күптәр үҙҙәренең уҡытыусылары тураһында яҙа. Минеңсә, остаз - ул өйрәтеүсе, уҡытыусы ғына түгел. Тормошта дөрөҫ йәшәргә, һәләтеңде төрлө яҡлап үҫтерергә ярҙам итеүсе кеше остаз булалыр тип уйлайым.
Минең олатайым, Нөғәмәнов Ринат Мөҙәрис улы (Иҙрис Ноғманов) ана шундай кешеләрҙең береһе. Үҙе төрлө яҡлап һәләтле булараҡ, миндә лә һәләттәремде һәр яҡлап үҫтерергә тырышты.
Бәләкәй генә сағымдан үҙе менән урманға алып йөрөп, үҫемлектәр донъяһы менән таныштырҙы. Миңә 6 йәш булғанда Һаҡмар башына алып барыуҙы һорап, Өфөнән студенттар килгәйне. Бәләкәй булһам да мине лә эйәрттеләр. Уларға үләндәрҙе күрһәтеп, атамалары менән таныштырып барҙым. "Бәләкәй генә ҡыҙыҡай быларҙы ҡайҙан белә?"- тип иҫтәре китте.
Ике йәшемдән саңғыға баҫтырып, спортҡа ҡыҙыҡһыныу уятты. Саңғыла артынан эйәреп, урманға барам. Ул мине төрлө йәнлек эҙҙәре менән таныштыра. Өйҙә зарядка яһағанында мин дә унан ҡалышмаҫҡа тырышам: пресс яһайым, гантелдәрен күтәрәм.
Олатайым төрлө музыка ҡоралдарында уйнай, йырлай ҙа. Мине лә музыкаға ылыҡтырыу маҡсатында тәбиғәт шарттары насар ваҡыттарҙа ла Асҡарға музыка мәктәбенә алып йөрөнө.Пианинола, ҡыл- ҡумыҙҙа уйнарға өйрәндем, вокалға ла йөрөнөм.
Олатайымдың тырышлығы бушҡа китмәне: күп тапҡырҙар республикала ғына түгел, Халыҡ- ара конкурстарҙа ла лауреат булдым. Хәҙер спорт менән ныҡлап шөғөлләнәм, йүгереү буйынса призлы урындар яулайым. Ошолар түгелме ни остаз өсөн иң ҙур бүләк?!
Олатайыма миндә төрлө яҡлап һәләт үҫтереүҙә ярҙам иткәне өсөн ҙур рәхмәтлемен. Уға бәхетле ҡартлыҡ, ныҡлы һаулыҡ, ижади уңыштар теләйем.

Ләйлә Нөғөмәнова, "Аманат"тың йәш хәбәрсеһе

Уҡытыусы һәм остаз йылына арнала
Уҡытыусы һәм остаз йылына арнала
Уҡытыусы һәм остаз йылына арнала
Автор:
Читайте нас