Башҡортостанда йәшәүселәр 3 октябрҙә көндөҙгө сәғәт 2-гә тиклем Рәсәй Мәғариф министрлығының чат-ботында «Рәсәйҙең йыл уҡытыусыһы» конкурсы финалсыһы, Өфө егете Артём Баянов өсөн тауыш бирә ала.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Өфөнөң 39-сы гимназияһынан математика уҡытыусыһы Артём Баянов «Рәсәйҙең йыл уҡытыусыһы - 2023» конкурсы финалында республикабыҙ исеменән сығыш яһай. Артём Рауил улы 11 йыл уҡыта, ул ике тапҡыр «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» конкурсында ҡатнашты. 2018 йылда лауреат булһа, 2023 йылда еңеү яуланы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йыл Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы менән Уҡытыусы һәм остаз йылы тип иғлан ителде. Тематик йылдың маҡсаты — педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең, шул иҫәптән остазлыҡ эшмәкәрлеген башҡарыусыларҙың айырым статусын таныу.