

Хисамитдинова Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы — дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим-башҡорт теле белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (1994—1999). Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2016), филология фәндәре докторы (1993), профессор (1994). Рәсәй Федерацияһының (2008) Һәм Башҡортостан Республикаһының (2003) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2014). Ким Әхмәтйәнов исемендәге (2010), Рәми Ғарипов исемендәге (2016) премиялар лауреаты.
Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы Хисамитдинова 1950 йылдың 1 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Әбйәлил районыны Рәхмәт ауылында тыуған.
1970 йылда Белорет педагогия училищеһын, 1974 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының филология факультетын тамамлай.
1976 йылда СССР Фәндәр академияһының Тел белеме институтының аспирантураһына ҡабул ителә.
1978 йылдан алып 1985 йылғаса Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында өлкән хәҙмәткәр. 1980 йылда кандидатлыҡ, 1993 йылда докторлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай.
1987 йылдан БДПИ-ның башҡорт филологияһы факультетында кафедра мөдире, 1992 йылдан шул уҡ факультеттың деканы була, 1993 йылдан — профессор.
1995—1998 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министры була, 1998 йылдан Тарих, тел һәм әҙәбиәте институтында директор урынбаҫары, 2005 йылдан — директор.
"Аманат" мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.