Беҙгә талантлы артист, алып барыусы, сараларҙы ойоштороусы Руслан Байрамов уз командаһы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан ҡунаҡҡа килде. Бик кунелле булды. Фамилияһы уҙенә бик тә туры килә... Байрамов-байрам тигәнде аңлата. Тап шулай.... Ул йырлай башланы, ә бөтә зал башта өндәшмәй генә тыңлап ултырҙы, һуңынан уға ҡушылып йырланылар, шунан музыканттар уйнай башланы. Мин йырсының тауышына, музыкаһына, атмосфераһына хайран ҡалдым. Бик матур, дәртле концерт булды! Мин уның йырҙарына ҡушылып йырланым, ҡайһы бер йырҙарҙың һүҙҙәрен белмәһәм дә, ул саҡта был мөһим түгел ине. Ауыл халҡы өсөн йыр һәм бейеүҙәргә, гармун моңдарына бай матур байрам ойошторзо. Тагы ла яңы йырҙар һәм программалар менән ҡунаҡҡа көтөп калабыз! Күкләребеҙ аяз, илләребеҙ тыныс булһын! Тағы ла ошолай курешергэ язһын!
Рәхимов Таһир. Ауырғазы районының Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының 2-се синыф уҡыусыhы