

Күмертау ҡалаһынан унынсы класс уҡыусыһы ошо көндәрҙә «Сириус» мәғариф үҙәгендә барған финанс хәүефһеҙлеге буйынса халыҡ-ара олимпиаданың финалына сыҡты. Интеллектуаль ярыштарҙа 8-10-сы класс уҡыусылары һәм студенттар ҡатнаша.
Олимпиаданың финалында – Рәсәй, Беларусь, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Тажикстан, Төркмәнстан, Үзбәкстан, Әрмәнстан, Бразилия, Ҡытай, Һиндостан, Көньяҡ Африка Республикаһы, Алжир, Венесуэла, Вьетнам, Иран, Куба, Намибия һәм Пакистандан 500-гә яҡын уҡыусы һәм студент.
Олимпиаданың һуңғы этабында Башҡортостандан Күмертау ҡалаһының С.А.Погребач исемендәге 3-сө мәктәптең 10-сы класс уҡыусыһы Камила Ғөбәйҙуллина сығыш яһай.
Республика Мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, олимпиада программаһына, финал этабы эштәренән тыш, халыҡ-ара кимәлдәге конференциялар, оҫталыҡ дәрестәре һәм фекер алышыуҙар индерелгән. Ҡатнашыусылар потенциаль эш биреүселәр менән осраша, экскурсияларға йөрөй һәм хатта спорт менән шөғөлләнергә өлгөрә.
Олимпиада еңеүселәре һәм призерҙары Халыҡ-ара селтәрле институт вуздарына уҡырға ингәндә махсус хоҡуҡҡа һәм Финанс мониторингы буйынса федераль хеҙмәттә, төрлө ойошмаларҙа стажировка үтеү, шунан һуң үҙ карьераһын башлау мөмкинлегенә эйә була.
Белешмә
Финанс хәүефһеҙлеге буйынса халыҡ-ара олимпиада информатика, йәмғиәтте өйрәнеү һәм башҡа өлкәләрҙәге белемде популярлаштырыуға йүнәлтелгән.