

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында "Мәғәнәле уҡыуҙың ике телле технологиялары" тип аталған мастер класс үткәрелде. Ниндәй телдә бала уҡый башларға тейеш? Был һорауға Мәскәү дәүләт педагогия университетының лингводидактика һәм биолингвизм кафедраһы мөдире Елизавета Александровна Хамраева яуап бирҙе.
Бала ниндәй телдә һөйләшә башлаған икән, шул телдә уҡый башларға тейеш тине Елизавета Александровна. Сөнки туған тел - ул балаға иң яҡын тел. Шул ваҡытта ул китапты уҡығанда мәғәнәһен аңлай. Шуна иҫты тотоғоҙ тине ул. Шулай уҡ замана балаларының китап уҡымауы, ҙур проблема булып торғанын да ул атап үтте. Китапҡа һөйөү уятыу - беҙҙең ҙур бурыс тине.
Фәһемле слайдтарын һеҙгә лә тәҡдим итмәксебеҙ: