Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указы менән Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры вазифаһын башҡарыу министрҙың беренсе урынбаҫары Илдар Мәүлетбирҙинға йөкмәтелә.
Бынан алда "Башинформ" Айбулат Хажиндың Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаты итеп һайланыуына бәйле БР мәғариф һәм фән министры вазифаһынан бушатылыуы тураһында хәбәр иткәйне.
Авторы:Роман Якимчук
Валерий Шахов фотоһы