+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
6 Октябрь 2023, 07:21

Иғтибар! Һауа температураһы түбәнәйә

Башҡортостанда ял көндәрендә һалҡын булыуы көтөлә, тип хәбәр итә Башгидромет.

Иғтибар! Һауа температураһы түбәнәйәИғтибар! Һауа температураһы түбәнәйә
Иғтибар! Һауа температураһы түбәнәйә

Башҡортостанда ял көндәрендә һалҡын булыуы көтөлә, тип хәбәр итә Башгидромет. Бөгөн, 6 октябрҙә, һауа температураһы һиҙелерлек түбәнәйә. Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы ихтимал. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көньяҡтан талғын. Көндөҙ +5, +10 градус булыуы көтөлә.

Шәмбе, 7 октябрҙә, йәнә бер аҙ ямғыр яуа. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Төндә +3, +8 градус, көндөҙ һауа +10, +15 градусҡаса йылына.

8 октябрҙә лә ямғыр көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Төндә +1, +6 градус булһа, көндөҙ һауа температураһы +5, +10 градусҡа тиклем күтәрелә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-10-06/v-vyhodnye-v-bashkirii-poholodaet-do-1-gradusa-3467905

Автор:Ләйсән Закирова
Ҡыуандыкова Ранияның фотоһы. Бөрйән районы, Байназар урта мәктәбе, 6 синыф уҡыусыһы
Автор:
Читайте нас