

Ғафури районында 7 октябрҙә, Район мәҙәниәт һарайында һәм "Дубки" лагерында эҙләү отрядтарының фестиваль-йыйылышы үтә. Фестивалдә Стәрлетамаҡ, Дәүләкән, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы, Нуриман райондарынан 19 команда ҡатнаша. Йәш эҙләүселәр араһында беҙҙең "ВАУР" отряды ла ҡатнашты. Улар тарихи викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр, АК-74М автоматын йыйыу-тарҡатыу һәм винтовканан атыу буйынса күнекмәләр яһанылар, марш-бросок яһанылар, палатка ҡуйыуҙа, ориентирлашыуҙа, беренсе ярҙам күрһәтеүҙә ярыштылар, ҡаршылыҡтар һыҙатын үттеләр, металл эҙләүсе менән әйберҙәр эҙләнеләр. Балалар үҙ эштәрен бик яҡшы башҡарҙы.
Сара Президент гранттары фондының еңеүсе проекты сиктәрендә үтте.
https://vk.com/public122835985 төркөмөнән