+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Октябрь 2023, 09:39

Уҡытыусы - ул балаларға белем биреусе һәм киләсәктә дөрөҫ юл күрһәтеп барыусы остаз

Һәр бер кеше, уҡытыусы була ала микән? Мин юк тип уйлайым, сөнки уҡытыусы булыу өсөн түҙемлек, профессионализм һәм эшенә һөйөү тойғоһо булырға тейеш. #конкурс_хөрмәтлеуҡытыусым

Уҡытыусы - ул балаларға белем биреусе һәм киләсәктә дөрөҫ юл күрһәтеп барыусы остаз
Уҡытыусы - ул балаларға белем биреусе һәм киләсәктә дөрөҫ юл күрһәтеп барыусы остаз

Һәр бер кеше, уҡытыусы була ала микән? Мин юк тип уйлайым, сөнки уҡытыусы булыу өсөн түҙемлек, профессионализм һәм эшенә һөйөү тойғоһо булырға тейеш. Уҡытыусы булыу өсөндә талант кәрәк. Һин балалар менән уртаҡ тел табып, улар менән бер тулҡында булырға тейешһең. Шуның өсөн уҡытыусы һөнәре иң ауырҙарынын береһе.Мин үҙем хәҙер студентмын, әммә ләкин мәктәптәге уҡытыусыларым мәңге минен хәтеремдә. Улар барыһыла яҡшы педагогтар, ләкин минен иң яратҡан уҡытыусым- Яҡупова Фәнүзә Мырҙабай ҡыҙы. Ул минең мәктәптә тарих һәм йәмғиәт предметтарын алып бара, шулай ук 2 йыл беҙҙең класс етәксеһе булып эшләй һәм "Оҫта ҡулдар" түңәрәге менән етәкселек итә. Фәнүзә Мырҙабай ҡыҙы менән бергә беҙ олимпиадаларҙа һәм конкурстарҙа актив ҡатнаша торғайныҡ. Ул миңә минен тыуған еремде һөйөргә, түҙемле булырға һәм бер ҡасанда яратҡан эшеңде ташламаҫҡа өйрәтте.Уҡытыусы - ул балаларға белем биреусе һәм киләсәктә дөрөҫ юл күрһәтеп барыусы остаз. 

Моратшина Әлиә, Өфө сауҙа-иҡтисад колледжы студенткаһы

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: