

Ер шарының картаһына
Ҡараһаң яҡшы ғына, -
Башҡортостан шул картала
Бер япраҡ саҡлы ғына.
Эйе, япраҡ аҡ ҡайындың
Бер япрағы ни бары.
Ә ҡайыны – бөйөк Рәсәй –
Шундай йәшел, юғары.
Лира Халит ҡыҙы илһамланып,талпынып яттан шиғыр һөйләй балаларға.Шиғырҙар тағы яңғыраны,тағы...Уҡыусылар үҙҙәре лә ҡушылып шиғыр һөйләне, Башҡортостаныбыҙҙың гимнын башҡарҙылар,” Шайморатов генерал” йырын йырланылар.Уларға Атанов Фәнис Рафаил улының ҡурай моңо ҡушылды,дәрт өҫтәне. Ғөмүмән,Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған матур осрашыу байрам төҫөн алды.Епкә ынйы бөртөктәре теҙгәндәй, Лира Хәлит ҡыҙы менән Рәмилә Зәкир ҡыҙы Республикабыҙ өсөн мөһим тарихи ваҡиғаларҙы,төшөнсәләрҙе күҙ алдынан үткәрҙе: дәүләт символдары,ете мөғжизәһе,илебеҙҙең,районыбыҙҙың күренекле шәхестәре һәм уларҙың китаптары. 2-се Аҡъяр мәктәбенең 8 а класы уҡыусыларына балаларҙа Башҡортостаныбыҙ өсөн ғорурлыҡ уятырлыҡ,илһөйәрлек тәрбиәләрлек сара әҙерләгән эшһөйәр,уңған китапханасыларыбыҙ Лира Хәлит ҡыҙына һәм Рәмилә Зәкир ҡыҙына ҙур рәхмәт.
11 октябрь- Республикабыҙ көнө.Үҙе бер мөғжизә булған Башҡортостаныбыҙҙың,халҡыбыҙҙың киләсәге яҡты ,нурлы булһын.Илебеҙҙе бары тик именлек,татыулыҡ,тыныслыҡ,ғәҙеллек көслө итһен.Шундай теләктәр менән ҡаршы алабыҙ дәүләт байрамын- Башҡортостан Республикаһы көнөн.
Ләйсән Йәнйегетова, 2-се Аҡъяр мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы