+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
11 Октябрь 2023, 11:42

Өфөнөң Совет майҙанында мәктәп уҡыусыларын "шайморатовсылар"ға бағышлау тантанаһы үтте

11 октябрҙә, Республика көнөндә, Өфөнөң Совет майҙанында мәктәп уҡыусыларын "шайморатовсылар"ға бағышлау тантанаһы үтте. Тантана башланыр алдынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Абхазия президенты Аслан Бжания Рәсәй Геройы, легендар комдив Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалды.

Өфөнөң Совет майҙанында мәктәп уҡыусыларын "шайморатовсылар"ға бағышлау тантанаһы үттеӨфөнөң Совет майҙанында мәктәп уҡыусыларын "шайморатовсылар"ға бағышлау тантанаһы үтте
Өфөнөң Совет майҙанында мәктәп уҡыусыларын "шайморатовсылар"ға бағышлау тантанаһы үтте

11 октябрҙә, Республика көнөндә, Өфөнөң Совет майҙанында мәктәп уҡыусыларын "шайморатовсылар"ға бағышлау тантанаһы үтте. Тантана башланыр алдынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Абхазия президенты Аслан Бжания Рәсәй Геройы, легендар комдив Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалды.

Миңлеғәле Шайморатов беҙҙең халыҡ геройыбыҙ. Күренекле полководец, легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы, уникаль хәрби берләшмә командиры. Ҡыҙыл Армия дивизиялары араһында иң күп Советтар Союзы Геройҙары тап ошо дивизиянан була.

Шайморатовсылар баҫып торған майҙан - республика халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн иҫтәлекле урынға әйләнде. Был майҙандан махсус хәрби операция зонаһына ирекле батальондар китә. Улар геройҙарыбыҙҙың исемен йөрөтә. Бөгөн улар тыныс тормош, илебеҙҙең һәм республикабыҙҙың киләсәге өсөн көрәшә. 

Радий Хәбиров уҡыусыларға өндәште:

- Ҡәҙерле дуҫтарым! Бөгөн мин "Шайморатов" кластарында уҡыған малайҙарға һәм ҡыҙҙарға мөрәжәғәт итергә теләйем. Һеҙгә, балалар, легендар комдивтың исемен йөрөткән мәктәп коллективының бер өлөшө булыу бәхете тейҙе. Миңлеғәле Шайморатов, һеҙҙең кеүек үк, ябай ғына егет булып үҫә, әммә һәр ваҡыт күп эшләй һәм үҙ маҡсатына - Тыуған иленең тоғро патриоты, уның ҡыйыу һаҡсыһы булыу маҡсатына табан ныҡышмалы бара. Ауыр ваҡыттар булыуға ҡарамаҫтан, ул һәр ваҡыт белемгә ынтыла. Ул алты телдә иркен һөйләшә, белемле була. Тәжрибәле хәрби етәксе һәм дипломат. Һеҙ ҙә яҡшы уҡырға һәм иң яҡшы булырға, юғары маҡсаттарға ынтылырға тейешһегеҙ. Рәсәй патриоттары, тарих, мәҙәниәт, данлы традициялар һаҡсылары булыу һеҙҙең йәшәү принцибығыҙға әйләнергә тейеш. Тыуған республикабыҙҙың лайыҡлы улдары һәм ҡыҙҙары, ата-бабаларыбыҙҙың әхлаҡи традициялары вариҫтары, генерал Шайморатовтың даны булығыҙ! Һеҙҙе ошо әһәмиәтле көн менән ҡотлайым, ҡәҙерле балалар, - тине Радий Хәбиров, мәктәп уҡыусыларына мөрәжәғәт итеп. Совет майҙанында бөтәһе 900-ҙән ашыу малай һәм ҡыҙ, төрлө ҡалаларҙан һәм райондарҙан "шайморатовсылар" отряды сафҡа теҙелә, улар ант бирә, ә һуңынан тантаналы марш менән үтә. 2020 йылда Рәсәй Федерацияһы Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге беренсе кластар асыла. Республика Башлығы ҡушыуы буйынса "шайморатов кластарын" булдырыу буйынса хәрәкәт бөтә төбәкте солғап ала. 2022-2023 уҡыу йылында 92 "шаймурат" класы эшләй, уларҙа 2062 уҡыусы белем ала.

Фотола Мостай Кәрим исемендәге 158-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһының "Шайморатовсылар" класы

Өфөнөң Совет майҙанында мәктәп уҡыусыларын "шайморатовсылар"ға бағышлау тантанаһы үтте
Өфөнөң Совет майҙанында мәктәп уҡыусыларын "шайморатовсылар"ға бағышлау тантанаһы үтте
Өфөнөң Совет майҙанында мәктәп уҡыусыларын "шайморатовсылар"ға бағышлау тантанаһы үтте
Өфөнөң Совет майҙанында мәктәп уҡыусыларын "шайморатовсылар"ға бағышлау тантанаһы үтте
Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас