

Бөрйән районы Исламбай мәктәбенең бөтөн синыф менән 2024 йылдың 1-се яртыһына "Аманат" журналына яҙылыусы 1-се синыфы бүләкләнә (синыф етәксеһе- Резеда Радик ҡыҙы Мырҙабулатова). Бөтөн синыф менән "Аманат"ҡа яҙылыусы дуҫтарыбыҙға ҙур рәхмәт!
Шулай уҡ "Бөтөн синыф менән - "Аманат"ҡа!", "Бөтөн мәктәп менән - "Аманат"ҡа!" акциялары дауам итә.
Шарттары элеккесә: бөтөн уҡыусылары ла яҙылған мәктәпкә "Аманат"тың стена сәғәте тапшырыласаҡ һәм ул мәктәп хаҡында журналда мәҡәлә баҫылып сығасаҡ.
Синыфҡа иһә - етәксеһенең исеме яҙылған Маҡтау билдәһе, ә етексенең үҙенә "Аманат"тың Рәхмәт кәлимәһе ебәреләсәк. Әйткәндәй, улар уҡытыусыларға категорияларын күтәрергә ярҙам итә.
Дуҫтар, "Аманат"ҡа яҙылырға өлгөрөгөҙ, бөгөн декаданың һуңғы көнө!