+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
12 Октябрь 2023, 06:55

Өфөлә "Өс таған" республика балалар һәм үҫмерҙәр кинофестиваленә йомғаҡ яһалды

Фестиваль быйыл тәүге тапҡыр уҙғарыла һәм йәш быуынды тәрбиәләүҙә һәм формалаштырыуҙа педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең һәм остаздарҙың роленә арнала. Унда һәүәҫкәр авторҙар, дөйөм белем биреү учреждениеларында 18 йәштән өлкән булмаған уҡыусыларҙан автор коллективтары ҡатнашты.

Өфөлә  "Өс таған"  республика балалар һәм үҫмерҙәр кинофестиваленә йомғаҡ яһалдыӨфөлә  "Өс таған"  республика балалар һәм үҫмерҙәр кинофестиваленә йомғаҡ яһалды
Өфөлә "Өс таған" республика балалар һәм үҫмерҙәр кинофестиваленә йомғаҡ яһалды

Өфөлә "Өс таған" республика балалар һәм үҫмерҙәр кинофестиваленең йомғаҡлау сараһы үтте . Фестивалдә ҡатнашыуға "Уйынлы ҡыҫҡа метражлы фильм", "Документаль фильм", "Йәнһүрәт", "Музыкаль клип", "Социаль ролик" номинациялары буйынса Салауат, Благовещен, Октябрьский, Дүртөйлө, Өфө ҡалаларынан, Омск өлкәһенең һәм Дыуан, Күгәрсен райондарының утыҙлап ғариза бирелгән. Финалға 17 конкурс эше сыға.
Конкурсанттар менән осрашыуҙа Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Салауат Кирәев сығыш яһаны. Ул үҙ тәрбиәләнеүселәрен фестивалгә әҙерләгән педагогтарға һәм остаздарға рәхмәт белдерҙе, шулай уҡ жюри ағзаларына рәхмәт хаттары тапшырҙы. Жюри рәйесе, Рәсәй режиссеры, сценарисы, продюсеры, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Булат Йосопов балалар һәм үҫмерҙәр өсөн бындай проекттар үҫеп килеүсе быуындың танып белеү ҡыҙыҡһыныуын кино ижадын ғына түгел, ә илдең тарихын, мәҙәниәтен тәрәнерәк өйрәнеүгә йүнәлтә, тип билдәләне.
Шулай уҡ жюри ағзалары: кинорежиссер, сценарист, Башҡортостан Кинематографистар союзы вәкиле Роман Пожидаев, театр белгесе, кино белгесе, сәнғәт белеме кандидаты Айһылыу Сәғитова, клипмейкер, телеоператор, оператор-ҡуйыусы Илшат Дәүләтбирҙин файҙалы кәңәштәр менән уртаҡлашты.
Быйыл жюри призлы урындарҙы бирмәҫкә, ә төрлө номинацияларҙағы бөтә финалистарҙы иҫтәлекле приздар менән бүләкләргә ҡарар итә. Мәҫәлән, "Ҡыҫҡа метражлы уйын киноһының иң яҡшы сценарийы" номинацияһында - Күгәрсен районының "Өстаған" халыҡ киностудияһы, "Иң яҡшы музыкаль клип" номинацияһында - Фәйзуллина Илүзә (Дүртөйлө ҡалаһы), "Иң яҡшы анимация фильмы" номинацияһында - "Восход" анимация студияһы тәрбиәләнеүсеһе Андрей Иванов (Салауат ҡалаһы).
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Республика балалар һәм үҫмерҙәр кинофестивале балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең ижади әүҙемлеген үҫтереүгә, гражданлыҡ позицияһын формалаштырыуға, һәләтле балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе асыҡлауға һәм уларға ярҙам итеүгә, уларҙың артабанғы интеллектуаль һәм профессиональ үҫешенә булышлыҡ итеүгә, балалар һәм үҫмерҙәр мөхитендә кино-видеояҙма ижадын популярлаштырыуға, яңы кинопроекттар һәм ыңғай, йөкмәткеле кино-видеопроизводстволар булдырыуға йүнәлтелгән.
Фестиваль быйыл тәүге тапҡыр уҙғарыла һәм йәш быуынды тәрбиәләүҙә һәм формалаштырыуҙа педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең һәм остаздарҙың роленә арнала. Унда һәүәҫкәр авторҙар, дөйөм белем биреү учреждениеларында 18 йәштән өлкән булмаған уҡыусыларҙан автор коллективтары ҡатнашты.

Өфөлә  "Өс таған"  республика балалар һәм үҫмерҙәр кинофестиваленә йомғаҡ яһалды
Өфөлә "Өс таған" республика балалар һәм үҫмерҙәр кинофестиваленә йомғаҡ яһалды
Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас