“Мин донъяны һүрәтләйем” конкурсына күп эштәр алдыҡ. Был һанда шуларҙың иң яҡшыһы тип табылғандары баҫылып сыҡты. Ә “Ижад ҡомары”нда Хәмзә Ишдәүләтовтың “Ҡуяндар нисек аҡ булғандар?” тигән әкиәте донъя күрҙе.
Постерҙағы сираттағы ҡунаҡ, билдәле тележурналист, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хәбәрсеһе, "Алтын тирмә" тапшырыуын алып барыусы Азат Ғәлиуллин! Әңгәмәлә ул журнал уҡыусыларына ниндәй теләктәр теләне икән? Тулыраҡ Сәлимә Ҡаранаева әҙерләгән мәҡәләне уҡып белерһегеҙ.
Яратып уҡыған, гелән күҙәтеп барған рубрикала – “Мәңгелек сер”ҙә “Тәүге мөхәббәтем” хаты баҫылып сыҡты. Дуҫтар, бер ваҡытта ла ысын мөхәббәт ул бер ваҡытта ла һүнмәй, ваҡыт үтеү менән кәмемәй иҫегеҙҙә тотоғоҙ!
Журналға күҙәтеүҙең иң аҙағына иң ҡыҙыу конкурстарыбыҙҙың береһе – “Ай, һылыу!”ҙы ҡалдырҙыҡ. Кем еңеүсе булған икән? Сер һандығын бер аҙ аса биреп ҡуябыҙ – был матурҡай Әбйәлил районы ҡыҙы ул!
Йә, артығын “һайрамаҫ” элек, күҙәтеүҙе ошо урында туҡтатып торайыҡ.