+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
13 Октябрь 2023, 05:05

Башҡорт гимназияһында башҡорт милли аш-һыу фестивале үтте

Нефтекама башҡорт гимназияһында башҡорт милли аш-һыу фестивале үтте.

Башҡорт гимназияһында башҡорт милли аш-һыу фестивале үттеБашҡорт гимназияһында башҡорт милли аш-һыу фестивале үтте
Башҡорт гимназияһында башҡорт милли аш-һыу фестивале үтте

Башҡорт гимназияһында башҡорт милли аш-һыу фестивале үтте

Уҡыусыларға башҡорт милли аш-һыуының традицион ризыҡтарын өйрәнеү, тәмләп ҡарау һәм баһалау мөмкинлеге бирелде. Байрамдың төп символы булып ҡуллама булды.
Ҡуллама - башҡорт аш-һыуының ит һурпаһынан, бешерелгән ит киҫәктәренән, өйҙә бешерелгән ҡамырҙан һәм йәшелсәләрҙән торған ризығы.

Байрамда төшкө ашынан тыш, унда ҡуллама, ҡоймак, өсмөйөш, ваҡ-бәлеш, бәрәмәс, гөбәдиә һәм һөт менән традицион сәй, викториналар, оҫталыҡ дәрестәре һәм милли аш-һыу күргәҙмәһе ойошторолды.

Фестивалдең төп маҡсаты - башҡорт халҡының милли кулинар традицияларын өйрәнеү, һаҡлау һәм үҫтереү, милли аш-һыуҙы популярлаштырыу. Байрамдың төп бурысы булып балаларҙы туған халыҡтың матди һәм рухи мәҙәниәтен өйрәнеүгә, үҙҙәренең үҙенсәлекле традицион этник мәҙәниәтен һаҡлауға һәм үҫтереүгә.

https://vk.com/bg.neftekamsk 

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас